Все новости
Аш-һыу, файҙалы кәңәштәр
6 Сентября 2022, 10:28

Алмалы-ҡаймаҡлы бәлеш

Ауыҙҙа иреп кенә торған бындай тәмлекәсте бер тапҡыр бешереп ҡараһағыҙ, яҡындарығыҙ һеҙҙән ҡабат-ҡабат һораясаҡ! 

Алмалы-ҡаймаҡлы бәлеш
Алмалы-ҡаймаҡлы бәлеш

Беҙгә кәрәк буласаҡ:

Ҡамыр өсөн:
-1.5 ст. он,
-100 г маргарин йәки аҡ май,
-100 г ҡаймаҡ,
- 4 аш ҡалағы шәкәр ҡомо,
- 0,5 сәй ҡалағы аш һеркәһе менән һүндерелгән сода, семтем тоҙ.

Эслек өсөн:
2 -3 алма,
200 г ҡаймаҡ,
4 аш ҡалағы шәкәр ҡомо,
1 аш ҡалағы он,
1 йомортҡа.

Йомшарған аҡ май менән ондо ыуабыҙ, ҡаймаҡ ҡушып, шәкәр, һүндерелгән сода, тоҙ һалып йомшаҡ ҡына ҡамыр баҫабыҙ ҙа һыуытҡысҡа ярты сәғәткә ҡуйып торабыҙ.

Ул арала эслек әҙерләйбеҙ. Ҡабығынан әрселгән алмаларҙы ярым түңәрәкләп нәҙек кенә итеп киҫәбеҙ. Артабан ҡаймаҡ, шәкәр, он, йомортҡаны һалып, тигеҙ масса булғансы күпертәбеҙ.

Һыуытҡыстан ҡамырҙы алып табаға ситтәрен күтәрә биреберәк йәйәбеҙ. (Ҡул менән йәйһәң, яйлыраҡ була). Әҙерләгән алмаларҙы ҡамыр өҫтөнә теҙеп, эслекте ҡамырға ҡойоп 50 мин. мейескә бешерергә ҡуябыҙ.

Раушания Мөлөкова.

Автор:
Читайте нас: