+4 °С
Облачно
Ҡамыр өсөн:
он - 2 стакан (350 гр),
аk май (иретелгән) - 10 аш ҡалағы (100 гр),
тоҙ - ҡалаҡ осонда,
1 йомортkа,
сода - ҡалаҡ осонда,
hөт - 100 мл.
2 стакан он өҫтөнә сода, тоҙ, иретелгән аҡ май, йомортҡа, һөт һалып баҫабыҙ. Ҡамырҙы 30 минутҡа ял иттерәбеҙ һәм сироп эшләй торабыҙ.
Сироп өсөн:
Һыу - 100 мл,
шәкәр ҡомо - 1 стакан,
бал - 2 аш ҡалағы,
лимон кислотаhы - 0,5 бал ҡалағы.
Бөтәһен бергә ҡушып бутайбыҙ һәм яй ғына утта 10-12 минут ҡайнатабыҙ.
Ҡамырҙы йәйеп, шаҡмаҡтарға бүлеп, семәрләп урайбыҙ. Көнбағыш майында бешереп алабыҙ. Эҫе килеш сиропҡа манып, матур итеп теҙәбеҙ.
Альбина Тимербаева.