Все новости

Һөтлө коржиктар

Йомшаҡ ҡына, ауыҙҙа иреп торған һөтлө корждар рецебы тәҡдим итәбеҙ.

Һөтлө коржиктар
Һөтлө коржиктар

Кәрәк була:
-100 г йомшартылған аҡ май,
-1 йомортҡа,
-150 г шәкәр,
-80 мл һөт,
-380 г он,
-1 сәй ҡалағы ҡамыр көпшәкләндергес (разрыхлитель),
-0,5 сәй ҡалағы тоҙ.

Май менән йомортҡаға шәкәр, һөт ҡушып яҡшылап болғарға. Тоҙ, он ҡамыр көпшәкләндергес өҫтәргә лә йомшаҡ ҡамыр баҫырға. Өҫтөн ябып, 20-30 минутҡа ҡалдырырға.

5 мм тирәһе ҡалынлыҡта ҡамыр йәйергә. Нәҙек итеп йәйһәгеҙ, коржиктар йомшаҡ булмаясаҡ, кетерҙәп торасаҡ. Түңәрәк формаһында киҫергә (яҡынса 11-12 ҙур ғына коржик килеп сыға). 180 градуслыҡ духовкала 20 минут бешерергә. Өҫтөнә шәкәр онтағы һибеп, тәмләп сәй эсергә генә ҡала!

 

Автор:
Читайте нас: