Все новости

Еләктән мусс

Күбекләнеп торған үҙенсәлекле был десертты әҙерләүе ауыр тойолһа ла, бер нисә ҡат эшләп ҡарағандан һуң, ул яратҡан ризыҡҡа әйләнеүсән. Бигерәк тә йәй айҙарында әҙерләү уңайлы.

Еләктән мусс
Еләктән мусс

Бер стакан еләк, ике аш ҡалағы манный оно, дүрт аш ҡалағы шәкәр, ярты литр һыу кәрәк буласаҡ.

Еләкте бер тәүлеккә туңдырғысҡа ҡуйып торорға кәрәк. Ризыҡты әҙерләй башлар алдынан, уны ярты сәғәт иретәбеҙ (ағып сыҡҡан һутын түгергә ярамай, аҙаҡ ҡулланабыҙ). Еләкте ҡалаҡ менән иҙгәс, өҫтөнә ҡайнар һыу ҡойоп, талғын утҡа ҡуябыҙ. Ипләп кенә манный оно өҫтәйбеҙ һәм ете-һигеҙ минут бешерәбеҙ.

Килеп сыҡҡан бутҡаға еләк һуты ҡоябыҙ һәм һыуытабыҙ. Масса һыуынып бөткәс, блендер менән дүрт минут буйы иҙәбеҙ. Ризығыбыҙҙың күләме ике тапҡырға артырға тейеш. Мусты стаканға тултырып, бер сәғәт һыуытҡыста тоторға кәрәк.

Автор:
Читайте нас: