Все новости

Сәй янына - перәник

Әҙерләүе бик еңел, табынға - бынамын тигән тәмлекәс!

Сәй янына - перәник
Сәй янына - перәник

Кәрәк була:

-350 г кефир йәки ҡатыҡ ;
- 1 стакан шәкәр ҡомо (тулыр-тулмаҫ) ;
- 2 йомортҡа (берәүһенең ағы әҙер перәникте глазурлау өсөн кәрәк буласаҡ);
- ярты сәй ҡалағы сәй содаһы;
- 3-4 аш ҡалағы үҫемлек майы;
- 2,5 -3 стакан он;
- ваниль.

Глазурь (помадка) өсөн:
- 1 йомортҡа ағы;
- 5 аш ҡалаҫы тирәһе шәкәр пудраһы.

Эш барышы :
Кефирҙы шәкәр ҡомо менән аҙ ғына болғатып алабыҙ, шуға 1 йомортҡа, 1 йомортҡа һарыһы, үҫемлек майы һалабыҙ. Яҡшылап болғатып алабыҙ. Ошо массаға он, ваниль, соданы бергә иләк аша иләп ҡамыр баҫабыҙ. Ҡамыр бик ҡаты ла, йомшаҡ та булмаҫҡа тейеш (ҡулға, таҡтаға йәбешмәһен). Ҡамырыбыҙҙы йәйәбеҙ, стакан ярҙамындә түңәрәктәр киҫеп, пергамент ҡағыҙ йәйелгән табаға теҙәбеҙ. Ҡыҙған духовкаға ҡуйып,  30 - 35 минут бешереп алабыҙ. Перәниктәр бешкән ваҡытта глазурь (помадка) яһайбыҙ. Йомортҡа ағын аҡ төҫкә кергәнсе болғатып, аҙ - аҙлап шәкәр оно һалабыҙ ҙа ап-аҡ төҫкә кергәнсе болғатыуҙы дауам итәбеҙ. Бешеп сыҡҡан перәниктәребеҙҙе духовканан алып, помадка менән саҡ ҡына бутап, тарелкаларға өйөп ҡуябыҙ.

(Г.Фәтхулова рецебы )

Автор:
Читайте нас: