Ҡамыры: 1,5 пачка йомшаҡ маргарин, 3 аш ҡалағы ҡаймаҡ, 0,5 стакан шәкәр ҡомон яҡшылап болғатырға. 1 сәй ҡалағы ҡамыр ҡабартҡыс (разрыхлитель) йәки 1 сәй ҡалағы соданы уксус менән һүндереп, 2 йомортҡа һытырға һәм яңынан болғатырға, он һалып йомшаҡ ҡамыр баҫырға.
Эслеге: уртаса 2 лимон (әҙерәк ҡабығын әрсеберәк) алып, төштәрен алырға ла ит тартҡыстан сығарырға, 3 аш ҡалағы манный һәм 1 стакан шәкәр ҡомо һалып болғатырға. Ҙур булмаған ике бәлеш яһарға була, бер ҙурҙы эшләргә лә мөмкин. Эслегенә 1 лимон менән 1 әфлисун, 1 лимон менән 1 алма алырға мөмкин.
Автор @sirazovarezeda