Алманы яҡшылап йыуып, турарға ла, быялаламы, эмалләнгән һауыттамы иҙергә. Шул бутҡаға 1 кило алма иҫәбенә 1,5-2 аш ҡалағы шәкәр һалып, өҫтөнә ҡайнар һыу ҡойорға. Һыу алма күләменән 1,5 тапҡырға артығыраҡ булырға тейеш. Йәғни, 2 литр иҙмәгә - 3 литр һыу. Һауытты 2 аҙнаға ҡараңғы йылы урынға ултыртып ҡуйырға, көнөнә 2 тапҡыр болғатып торорға. Ваҡыты еткәс, һыуын һарҡытып 3 литрлыҡ быяла банкаларға бүҫкә генә итеп (6-7 см. буш урын ҡалдырып) бушатырға ла йәнә 2 аҙна шул урында тоторға.
14 көндән шешәләргә ҡойоп, тығынлап, һаҡларға ҡуяһың.