Все новости

Йәймә

Кәрәк буласаҡ:500 г он, берешәр сәй ҡалағы тоҙ, ҡоро сүпрә (дрожжи), 1 стакан һыу, кунжут орлоғо.

Онға тоҙ, ҡоро сүпрә ҡушырға. Бүлмә температураһындағы ҡайнаған һыу өҫтәп, ҡамыр баҫырға. Ҡамыр ике тапҡырға күтәрелергә тейеш. Ҡабарып сыҡҡас, дүрт өлөшкә бүлергә. 2-3 см ҡалынлыҡта йәймәләр яһап, эсен бер аҙ соҡор рәүешенә керетергә. Һыу менән еүешләргә һәм, кунжут орлоғо һибеп, 15 минут ҡабартырға.

250С ҡыҙыулыҡтағы духовкала 20 минут бешерергә.

Автор: А.Габиева.

Читайте нас: