Все новости

Әсе ҡамырҙан бәрәмәс

Бәрәмәстең ҙурлығын үҙегеҙ билдәләйһегеҙ.

Әсегән ҡамырҙы йәйәһең (табаға булһа түңәрәк итеп, һауытыңдың формаһына ҡарап). Эслек өсөн эремсек, ауыл ҡаймағын, ваҡ ҡына туралған һуған (матурлыҡ өсөн йәшел һабағын да өҫтәргә мөмкин), тәменә ҡарап тоҙ һәм ҡара борос һалып бөтәһен бергә бутайһың.
Ошо массаны йәйелгән ҡамыр өҫтөнә тигеҙ итеп түшәп, йәймәнең ситен ҡымтып сығаһың. Бәрәместең өҫтөнә туғылған йомортҡа һылайһың.
30- 35 минутта әҙер була.
Фото: https://ba.wikibooks.org/
Читайте нас: