Бал, гәрсис, ваҡ тоҙ, һыуҙы бер үк күләмдә алырға (берәр ҡалаҡ). Бер төрлө мазь рәүешенә килгәнсе, яҡшылап барыһын болғатырға. Ауыртҡан быуындарға ошо ҡатнашманы һөртөп, целлофан менән ҡапларға. Йылы шәл урап, 1-2 сәғәт тоторға. Процедураны йоҡо алдында эшләргә кәңәш ителә.
Ҡатнашманы ҡапҡаслы һауытта һыуытҡыста 5-6 көндән дә артыҡ һаҡламаҫҡа.
Гәрсис тәнде бешереүе мөмкин, шуға күрә һаҡ булығыҙ. Врач менән кәңәшләшергә онотмағыҙ. Ҡайһы бер ауырыуҙар ваҡытында быуындарҙы йылытыу ҡәтғи тыйыла.