Все новости

Чебуректар

Ҡамыр: 2 йомортҡа1 сәй ҡалағы тулыр-тулмаҫ тоҙ1 сәй ҡалағы шәкәр300 мл ҡайнар һыу2 ҡалаҡ 9%-лы аш һеркәһе (уксус)40 мл көнбағыш майысама менән он

Йомортҡа + тоҙ + шәкәр + көнбағыш майы = болғатабыҙ. Ошо массаға + 1 стакан он һалып = сәнске менән болғай-болғай өҫтөнә әкренләп ҡайнар һыу ҡоябыҙ. Артабан аш һеркәһен һалып йәнә болғайбыҙ ҙа, ҡалған ондо ҡушып, оҙаҡ ҡына итеп ҡамыр баҫабыҙ. Бешергәндә "шишкалары" күпереп сыҡҡан, кетерләп кенә торған, йоп-йомшаҡ ҡамыр килеп сыға.

Эслек:

ҡуш устай фарш

4-5 бәрәңге

3 баш эре һуған

ус аяһындай ҡаҙ майы (ҡушмаһағыҙ ҙа ярай)

тоҙ

ҡыҙыл борос

Бәрәңгене ит үткәргестән сығарып, һыуын һығып алабыҙ, артабан һуғанды ла үткәрәбеҙ. Шулай итһәң фаршҡа ҡайнар һыу өҫтәргә кәрәкмәй, үҙе үк һутлы була. Артабан фарш, ҡаҙ майы, тоҙ, борос һалып, бөтәһен бергә болғатабыҙ.

Ҡамырҙы йоҡа ғына итеп йәйгәс, сынаяҡ аҫты менән түңәрәктәр ҡырҡабыҙ. Ярты яғына эслек һалып, икенсе яғы менән ҡаплайбыҙ ҙа, ситтәрен сәнске менән йәбештереп сығабыҙ. Әкрен генә утта майҙа йөҙҙөрөп бешерәбеҙ. Үҙе матур, үҙе кетерләүек чебуректар әҙер!

Аштарығыҙ тәмле, донъяларығыҙ йәмле булһын, дуҫтар!

Читайте нас