Все новости

Эремсекле ҡамырҙан алмалы конверттар

Кәрәк була:Ҡамыр өсөн: - Творог - 150 г. - Шәкәр - 75 г. - Йомортҡа - 1 шт. - Тоҙ - бер семтем - Көнбағыш майы - 6 аш ҡалағы - Ванилин - 1 пакетик - Он - 250 г. - Разрыхлитель - 1 пакетик Эслек өсөн: - Алма - 3 шт. - Шәкәр - 100 г. - Корица - 1 балғалаҡ. Һибергә: -Мәк - 1 аш ҡалағы.

Әҙерләү:

Ҡамырҙы бөтә ингредиеттарын ҡушып баҫып, 20 минутҡа урап һалып торабыҙ. Алманы киҫәктәргә бүләбеҙ. Ҡамырҙы икегә бүлеп 24 см диаметрлы, 5 мм ҡалынлыҡта йәйбеҙ, 8 секторға ҡырҡабыҙ. Һәр өсмөйөштә 3 киҫек (надрез) яһап, ҡалын яғына алманы теҙеп, өҫтөнә шәкәр менән корица һибәбеҙ. Нәҙек яғын әйләндереп конверт яһайбыҙ. Әҙер конверттарҙы майлы табаға теҙеп, өҫтөн 1 йомортҡа һарыһы һәм 0,5 стакан һөт ҡушылмаһы менән һөртөп, мәк һибеп 25 минут тирәһе, алтын төҫкә ингәнсе духовкала бешереп алабыҙ.

Читайте нас: