Помидор һәм колбасаны шаҡмаҡлап, укропты ваҡлап турайбыҙ. Һарымһаҡты иҙәбеҙ. Ләүәштән бер нисә квадрат эшләйбеҙ. Уның берәүһенә иретелгән сыр һылайбыҙ ҙа өҫтөнә бер аҙ укроп, һарымһаҡ, колбаса, помидор һалабыҙ. Тигеҙ генә итеп таратабыҙ ҙа өҫтөнә икенсе ләүәште һалабыҙ.
Ошо уҡты бер нисә тапҡыр ҡабатлайбыҙ. Иң өҫтөнә иретелгән сыр менән майлайбыҙ һәм әҙер ҡабымлыҡты шаҡмаҡлап ҡырҡып сығабыҙ.
Тәрән табаҡҡа йомортҡаға бер аҙ он ҡушып туҡыйбыҙ. Һәр ҡабымлыҡты шунда манып алабыҙ. Табала ике яҡлап ҡыҙҙырып алабыҙ.
Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!