Все новости

Формалы печеньелар

Ингредиенттар:• 2 стакан он• 0,5 стакан шәкәр ҡомо• 125 гр маргарин йә май• 1 йомортҡа• 0,5 балғалаҡ сода

Әҙерләү:

Йомортҡаны шәкәр менән туҡыйбыҙ.

Айырым һауытта майҙы йомшартып, туҡылған йомортҡа менән шәкәрҙе ҡушып ныҡ итеп болғатабыҙ ( булһа миксер менән). Он менән соданы килеп сыҡҡан массаға ҡушып ҡамыр баҫабыҙ.

1 см ҡалынлығында йәйеп, формалар ярҙамында печенье ҡырҡабыҙ.

Майланған табаға һалып йылыған мейестә 10-15 минут тирәһе бешерәбеҙ.

Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!

Читайте нас: