Все новости

Ҡаталамлы (слоеное) ҡамыр

ИНГРЕДИЕНТТАР: * 200 гр маргарин (ул бүлмә температураһында булырға тейеш)* 1 йомортҡа һарыһы * 100 мл магазин ҡаймағы (кефир, ойоған һөт) * 1 семтем тоҙ * 500 гр он

Он менән маргаринды әүәләйбеҙ. Унан йомортҡа һарыһын, ҡаймаҡты ҡушабыҙ. Ҡулға йәбешмәҫлек итеп ҡамыр баҫабыҙ. Һыуытҡысҡа һалабыҙ. Беҙҙең ҡатламлы ҡамырыбыҙ әҙер. Хәҙер был ҡамырҙан бәлештәр, печенье һ.б. йәнең теләгән тәмлекәстәр бешерергә мөмкин. Әйҙәгеҙ беҙ "ҠАТЛАУ-ҠАТЛАУ ТЕЛ" бешерәйек.

Бының өсөн ҡамырҙы йәйәбеҙ ҙә (ҡалыныраҡ булһа, ҡатламы күберәк килеп сыға), ромб формаһында ҡырҡып сығабыҙ. Айырым һауытта йомортҡаның ағын туҡыйбыҙ, икенсе һауытҡа шәкәр һалабыҙ.

Һәр "тел"дең бер яғын йомортҡа ағына манып алабыҙ һәм шәкәр һибәбеҙ. Духовкала өҫтө алтын төҫөнә ингәнсе бешерәбеҙ.

Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!

Читайте нас: