Все новости

Кекс

Кәрәк буласаҡ:2 йомортҡа2,5 стакан он1 стакан кефир1/4 стакан шәкәр½ балғалаҡ күперткес (разрыхлитель)

Эшләү тәртибе:

Тәүҙә йомортҡаның ағын һарыһынан айырырға. Кефирҙы йомортҡа һарыһы һәм шәкәр менән туҡырға, йомортҡаның ағын күпертергә. Бөтәһен бергә ҡушып туҡырға, он һәм күперткес өҫтәргә. Сәтләүек онтаҡтары, йөҙөм, мәк ҡушырға була.

Ҡамырҙы майланған формаларға тултырырға. Духовкала йә мейестә 200 градус эҫелектә 35–45 минут бешерергә. Шәкәр онтағы һибеп биҙәргә мөмкин. Мультиваркала ла бешерергә була.

Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!

Читайте нас: