Все новости

Лимон пирогы

Кәрәк була:

250 г ҡаймаҡ, 110 г аҡ май, 1/2 бал ҡалағы сода, 2 стакан он, 1 стакан шәкәр ҡомо, 1,5 лимон/әфлисун, 1 йомортҡа һарыһы, шәкәр оно.

Эшләү рәте:

Ҡаймаҡты сода, аҡ май менән болғатабыҙ. Әҙ-әҙләп он һалып ҡамыр баҫабыҙ. Ҡамыр ҡулға йәбешмәҫкә тейеш. Әфлисун һәм лимонды бер нисә киҫәккә бүлергә, блендер ярҙамында ваҡларға һәм 1 стакан шәкәр ҡомо һалып яҡшылап болғатырға. Ҡамырҙы ике өлөшкә бүлергә һәм береһен майлы табаға һалырға, ҡамырҙы табаның ситенә күтәрергә. Тигеҙ итеп лимон һәм әфлисун эслеген һалырға. Икенсе киҫәк ҡамыр менән эслекте ҡапларға һәм табалағы ҡамыр менән тоташтырырға. Пирогтың өҫтөн туғылған йомортҡа һарыһы менән майларға. Пирог ҡыҙған мейестә 30 минут бешә.

Сәйегеҙ тәмле булһын!
Читайте нас: