Все новости

Иммунитетҡа ярҙамға

Иммунитет һәм йөрәк эшмәкәрлеге өсөн бик тә файҙалы был ҡатнашманы Амосов пастаһы тип тә йөрөтәләр. Билдәле хирург Николай Амосов дөрөҫ туҡланыуға, тәбиғи дауалау ысылдарына ҙур иғтибар бүлгән. Ҡатмарлы операция кисергән ауырыуҙарға ул ошо ҡатнашманы ҡабул итергә кәңәш иткән – бер нисә көндән пациенттарҙың хәле күҙгә күренеп яҡшырған, эске органдар эшмәкәрлеге яйға һалынған.
Әле теге, әле был вирус баш ҡалҡытҡан мәлдә ошо ҡатнашманы ҡабул итегеҙ, дуҫтар. Зыяны юҡ, ә файҙаһы баһалап бөткөһөҙ!
500 гр әстерхан сәтләүеге, 500 гр күрәгә, 500 гр инжир, 500 гр ҡара емеш, 500 гр йөҙөм, 1 стакан бал, 1-2 лимон кәрәк буласаҡ. Кипкән еләк-емеште һәм лимонды йыуырға һәм ит тартҡыс аша үткәрергә, бал ҡушып, быяла банкаға һалырға. Ҡатнашманы һыуытҡыста һаҡлайҙар.
Көнөнә 2-3 тапҡыр 1 сәй ҡалағы ҡабып ҡуйырға кәрәк. Әлеге ҡатнашманы даими ҡулланырға була. Бөткәс, 1-2 ай тәнәфес яһап, тағы дауам итергә мөмкин.

Читайте нас: