Все новости
Аш-һыу, файҙалы кәңәштәр
11 Февраля 2021, 15:00

Буҙа ҡойоу рецебы

Буҙа ҡойоу өсөн кәрәк буласаҡ:

һыу - 1 литр

"геркулес" ярмаһы - 0,7

аҡ май - бер ҡалаҡ

кисель - самалап

магазин ҡымыҙы - 1-2 стакан

шәкәр - 1 стакан


Эшләү тәртибе:

Һыуыҡ һыуға "Геркулес" ярмаһы һалып, 5-10 минут ултыртып бүрттерәбеҙ. Талғын утта бер сәғәт ҡайнатабыҙ, бер ҡалаҡ аҡ май һалабыҙ һәм бер туҡтауһыҙ болғатып торабыҙ. Бер сәғәт үткәс, кеҫәл һымаҡ массаны иләк аша һөҙөп, һыуытырға ҡуябыҙ. Һыуытылған массаға 1-2 стакан магазин ҡымыҙы, 1 стакан шәкәр өҫтәп бутайбыҙ ҙа, бер тәүлеккә йылы урынға ултыртып ҡуябыҙ. Теүәл бер тәүлектән телеңде йоторлоҡ башҡорт милли эсемлеге әҙер буласаҡ!
#Ватандаш

#ВатандашЖурналы
Читайте нас