Ҡамыр көпшәкләндергес (разрыхлитель) - 1 сәй ҡалағы
Эслеге - джем йәки повидло.
Иләнгән онға ҡамыр көпшәкләндергес һалып болғатабыҙ. Майҙы ыуғыстан ыуып, йомшаҡ ҡына ҡамыр баҫабыҙ. Айырым һауытҡа йомортҡа, ванилин, шәкәр ҡомо, ҡаймаҡ ҡушып болғатабыҙ. Йомшаҡ ҡамыр килеп сыға. Шуны 2 өлөшкә бүлеп, бәләкәй киҫәген һыуытҡысҡа ҡуябыҙ, ҙур киҫәген табаға йәйәбеҙ.
Өҫтөнә джем һылап, һыуытҡыстан алған ҡамырҙы ыуғыс аша ыуып, өҫтөнә һибәбеҙ. Йылытылған духовкала 200 градуста 20 минут бешерәбеҙ.
Пирог бешкәс, һыуытып өҫтөнә шәкәр оно һибәбеҙ һәм сәй янына бирәбеҙ.