Все новости

“Зебра” торты

Бының өсөн:

йомортҡа - 2-3

шәкәр -1 стакан

он - стакан ярым

һөт - ярты стакан

үҫемлек майы - ярты стакан

ҡамыр ҡабартҡыс (разрыхлитель) - 1 балҡалаҡ

какао - 1 аш ҡалағы какао

ванилин - 1 балғалаҡ ванилин
Йомортҡаны күпергәнсе болғатҡас, шәкәр өҫтәп, йәнә күпертеп алабыҙ. Унан һөт, май һалып тағы болғатабыҙ. Ванилин менән разрыхлитель өҫтәгәс, йәнә туҡыйбыҙ. Он өҫтәп, барыһын бергә еңел генә болғатабыҙ.
Ҡамырҙы ике өлөшкә бүләбеҙ һәм береһенә какао һалабыҙ, икенсеһенә 1 аш ҡалағы он өҫтәйбеҙ.
Бешерә торған табаға алмаш-тилмәш һалабыҙ: бер ҡалаҡ аҡ ҡамырҙы, аҙаҡ бер ҡалаҡ какаолыһын. Шулай ҡамырҙар бөткәнсе һалабыҙ. Уртаһынан ситенә һыҙыҡтар һыҙып сығабыҙ. 160-180 градусҡа тиклем ҡыҙған мейестә 40-50 минут бешерәбеҙ.

Ашығыҙ тәмле булһын, дуҫтар!
Читайте нас: