Ҡамыр өсөн:
он - 500 гр
һөт - 3/4 стакан
һары май - 2 аш ҡалағы
йомортҡа - 1
аҡ май - 0,5 аш ҡалағы
Эслек өсөн:
эсән ҡарыны - 700 гр
кәртүк - 700 гр йәки ярма - 300 гр
һуған - 100 гр
тоҙ, борос, лавр япрағы - 1 аш ҡалағы
Һыйыр йәки ат эсәктәрен һәм ҡартаһын ныҡлап йыуығыҙ. 30—40 см. киҫәктәргә ҡырҡығыҙ. Һәр киҫәген тиҫкәрегә әйләндереп (сыбыҡ менән йәки нәҙек уҡлау мынан), һыуыҡ һыуҙа сайҡатып, һыуын алмаштыра-алмаштыра 8—12 сәғәт ебетегеҙ. Һуңынан эҫе һыу менән бешереп эсәктәрҙең лайын таҙартығыҙ ҙа, бер нисә тапҡыр сайҡатығыҙ. Әҙерләнгән эсәктәрҙе 1-1,5 см. киңлегендә турағыҙ.
Йомшаҡ ҡамыр баҫығыҙ. Эсәктәргә туралған һуған, кәртүк йәки ярмалар (алдан бер аҙ бешерелгән), тоҙ һәм борос ҡушығыҙ. Ҡамырҙы икегә булегеҙ, тик бер бүлеме (бәлештең аҫты) ҙурыраҡ булырға тейеш. Ҡамырҙан ҙур киҫәген 5-7 мм ҡалынлығында йәйегеҙ һәм майланған, онланған табаға һалығыҙ. Ҡамыр өҫтөнә әҙер фаршты матурлап түшәп һалығыҙ ҙа өҫтөнә икенсе йәйелгән ҡамыр менән ҡаплағыҙ һәм аҫтағы ҡамыр менән берләштереп ситтәрен йәбештереп үрегеҙ. Бәлештен өҫтөндәге ҡамырын уртаһынан тишегеҙ (бешкәндә эсендәге пар сыҡһын өсөн). Бәлеште 200 градуста духовкала йәки мейестә 30-40 минут бешерегеҙ.
Ашығыҙ тәмле булһын, дуҫтар!