Все новости
Общие статьи
22 Июня 2023, 22:31

Бер ҡайсы тарихы

  Әҙәбиәт музейы фондында бик ҡыҙыҡ тарихлы бер экспонат һаҡлана. Ябай ҡайсы. Әммә тарихы бик хикмәтле. Фронтовик-яҙыусы Ғәли Ибраһимовтың ғүмерен һаҡлап алып ҡалған ҡайсы ул. Уның тарихы былай.  

Бер ҡайсы тарихы
Бер ҡайсы тарихы

Яу ҡырында яраланған яугирҙарҙы ылау-ылау медсанчасткә килтерәләр. Ялан госпиталенән йүгереп сыҡҡан медсестра: "Берәйегеҙҙә ҡайсы юҡмы? Ҡайсы кәрәк!" - тип ҡысҡыра. "Минең ҡайсым бар! Алығыҙ", - ти Ибраһимов. Хәле бик мөшкөл булғанлыҡтан, шыбырлап ҡына әйтә был һүҙҙәрҙе, әммә эргәһендәге яугир, уны ишетеп: "Бында килегеҙ! Бында ҡайсы бар!" - тип шәфҡәт туташын саҡыра. Ҡайсы артынан йүгереп килеп еткән медсестра Ғәли Ибраһимовтың ауыр хәлдә булыуын абайлап, яугирҙы тиҙерәк табиптар эргәһенә алып инә. Бына шулай. Эргә-тирәбеҙҙәге бер генә кеше лә, бер генә әйбер ҙә осраҡлы түгел, күрәһең...

Зөлфиә Ханнанова. 

Бер ҡайсы тарихы
Бер ҡайсы тарихы
Автор:
Читайте нас: