Килен булып төшкәндә ҡәйнәмде оло йәштәге кеше тип ҡабул иттем. Ни тиһәң дә, ике улына кәләш әйттергән, ейән-ейәнсәргә ҡәртәсәй. Уға ҡарап, ҡалай ҡарт булһа ла, йәштәрсә еңел йөрөй, арыу-талыуҙы ла белмәй, тип уйлағаным хәтерҙә.
Әле
Ҡәйнәмдең төп шөғөлө шәл бәйләп һатыу булды, бер йылда ун алты шәл бәйләп һаттым тигән саҡтары була ине, яратып, күңел биреп, эргәһендәге радионан башҡортса тапшырыуҙарҙы тыңлап, аянан үткәрә, иләй, бәйләй. Йыш ҡына уның янына Ғәшүрә әбей инеп ултыра.
-Анау балалар өйҙә шаярып хөтдәмде генә ҡороталар, әҙерәк башым ял итһен тип ҡасып сығып киттем.
Етмеште үткән әбей һүҙсән, хәбәрен ихлас күңел менән һөйләй, уны тыңлау ҡыҙыҡ. Бер ваҡытта ла уларҙың ғәйбәт һөйләп, кеше тикшереп ултырғандарын ишетмәнем, Аллаһыбыҙ шаһит. Гел генә үткәндәрен һөйләп, балаларының ҡыҙыҡтарын ҡабатлап иҫтәренә төшөрөрҙәр ине, уларҙы тыңлап тормош юлын бергә үткәндәй булдым.Ҡәйнәм оҙаҡҡа тыуған яғына ҡайтып килгәнендә лә инеп сығыр ине.
-Һинең нимә эшләгәнеңде ҡарарға килдем, юғиһә ҡәйнәләре өйҙә юҡта эшен эшләмәй йоҡлаған килендәрҙе лә күргән бар.
Ипләп кенә инеп, һынап ҡарап, аҙаҡ ауыл буйлап һөйләп йөрөмәне, асыҡ-ярыҡ кеше булғандыр.
Ҡәйнәм менән һөйләшеп сәйләгән ваҡыттарында һөйләгән хәбәрҙәре ҡыҙыҡ булһа ла, ауыҙ асып тыңлау, ҡушылып һөйләү, килен кешегә әҙәпһеҙлек икәнен яҙылмаған ҡанун буйынса беләбеҙ, шулай ҙа ҡайһылары ҡолаҡҡа салынып ҡалғандар икән.
-Кейәүгә күп сыҡтым мин, китеп торҙолар, үлеп торҙолар, үҙемде яратҡандар алып торҙолар, һөйкөмлө һөйәгем булғандыр, оҙаҡ ирһеҙ ултырманым, кеше тормошон боҙманым. Ошо бабайымдың әбейе үлгәс, етем ҡалған күмәк балаларын ҡарашырға тип сыҡтым инде. Ауыр булырын белдем, шулай ҙа тәүәккәлләнем, мин дә риза булмаһам, икенселәр ҙә ҡурҡһа, ул ҡырым сиреүендәй балаларҙы кем ҡарар? Хәҙер, шөкөр, һәр береһе эйәле-башлы, үҙ тормоштары, һау ғына булһындар.
Иллемде тултырғас, тәнемдә ауырлыҡ тоя башланым, кәүҙәмде күтәреп йөрөтөү ауыр, өҙлөкһөҙ йоҡо туймай, нәҫ баҫҡандыр тип уйлайым, ҡартлыҡ та барҙыр инде. Эсемдә нимәлер әйләнеп-тулғана, Фатима әбейгә һөйләгәйнем, бер ҙә һыным теймәй һиңә, сихырлағандар бит һине, тине. Шулайҙыр күрәһең, эсем дә ҡатыңҡы, ҙурайып китте, Фатима әбейҙең өшкөрөлгән тоҙона ҡушып, сихырға ҡаршы ниндәйҙер әмәлләп биргән үләнен эстем. Эскә тейҙе теге үләне, йөрөйөм саптыра сысып, уҡшыйым, хәлһеҙләнгәнмен, баш әйләнә, һыу эсәм дә ҡоҫам, бабай ауылдың филшерен алып килгән, уныһы балнисҡа ебәрҙе.
Сихыр тигәнем ошо кинйә улым булған, аҙна-ун көн ятҡас баламды ҡулыма алдым, дүрт килонан ашыу тинеләр, ыздарауай булды.
Балнистан ҡайтҡас бына бабай болара шул, урыҫ алдында ботоңдо тарбаңлатып яттыңмы, өйҙә генә тапмай тей, талаҡ ҡысҡырам тип бөттө. Әйтеп ҡарайым үҙең тейәп ебәрҙең бит тип, сығарманылар, кейемде бикләнеләр тейем, ҡайҙа ул, тыңламай ҙа. Ул саҡта бөтәһе лә өйҙә таптылар шул, мин дә береһенә лә балнис тип сапманым, быныһын өйҙә тапмағайным үсегеп бер булды, улыма ла хатта шуға Сәфәрғәле тип исемен атаны, йәнәһе сәфәр йөрөп тапҡанмын. Шулай булды беҙҙең тормош, былай бабай арыу булды, ара-тирә кәзәләнеп алғанын иҫәпләмәгәндә.
Ҡәйнәңде лә Күркәтауға колхоз ағас ҡырҡырға вербауайт итеп эшкә ебәргәс, ҡайтма, тип өгөтләп ҡалдырҙым, беҙҙә фатирҙа ятты. Колхозда бушҡа эшләгәнсе бында аҡса түләйҙәр, өҫ-башыңды бөтәйт тинем, тыңланы, бына тигән ир ҙә тапты.
Балаларға ла әйтәм, йәшәй торған ерегеҙ ошо, сит-ят ерҙә берекмәҫһегеҙ тинем, фәлән ерҙә алтын бар, барһаң баҡыр ҙа юҡ, тигәндәй, өйрәнгән ереңә етәме тормош, ерһендерә ул олоғайғас. Бисәләр төшкән ерендә таштай бата, бына ирҙәргә ҡыйын, ауыл бөтмәһен ул, бына урындан-урынға күсенеп йөрөүе ҡыйын.
Эй, гөрләп торған, меңгә яҡын халҡы булған ауыл бөтмәһә ярар ине, һөйләйҙәр юҡты тип уйлап, әпәр итеп сәй урынынан тороп киттем, ә уларҙың һүҙе дөрөҫкә сыҡты, ауылыбыҙ бөттө. Хәҙер үҙебеҙгә бына ,, Үәәәәй" тип ултырырға ҡалды, тыңлаусы ғына юҡ.