1. Ҡәнәғәт була бел, үҙ хәлеңә шөкөр ит.
Йәғни, ирең өйгә ни алып ҡайтһа ла - ашар ризыҡ булһынмы, кейем булһынмы - уны иң гузәл мөнәсәбәт менән, йылы итеп ҡабул ит. Иреңә рәхмәт әйтеп, ризалыҡ күрһәт. Бәхетле ғүмер кисереүҙең беренсе юлы - үҙ хәлеңә шөкөр итеү. Хәленә шөкөр итмәгән, үҙ ҡаҙаныштарынан ҡәнәғәтләнмәгән күңел хозурлыҡ тәмен, ҡәлеб рәхәтен тоймаҫ.
2. Иреңә итәғәт ит, ҡушҡандарын эшлә, ҡушмағандарынан тыйыл.
Иреңдең ҡолағын һаҡла - ул һинән тик матур, наҙлы ауаздар ғына ишетһен. Шулай итһәң, Аллаһы Тәғәлә һинән разый булыр, һәм йортоғоҙ шатлыҡ менән тулыр.
3. Ирең күрәсәк ерҙәргә ныҡ иғтибар ит.
Иреңдең күҙен һаҡла - ул һине бөхтә итеп күрһен, өйөңдөң эсен-тышын бик таҙа тот. Уның күҙенә бысраҡ, ерәнгес нәмәләр күренеүҙән һаҡлан.
4. Иреңдең танауын һаҡла.
Йәғни, өйөңдән дә, үҙеңдән дә насар еҫтәр килеп тормаһын, һинән күңеле ҡайтырлыҡ булмаһын. Шуны бел, таҙартыу һәм пакландырыуҙың иң һәйбәт ысулы - һыу.
5. Аш-һыуҙы ваҡытында яҡшы итеп әҙерлә.
Сәғәте етеү менән алдына аш ҡуй. Килеп кергән уңайы ашъяулығыңды йәй. Шуны бел, ас кешенең асыуы яман.
6. Йоҡоһон һаҡла.
Ҡайһы мәлдә йоҡларға ғәҙәтләнһә, шул мәлгә яҫтығын әҙерлә. Уға кәрәк сағында уят. Йоҡоһо туймау кешене йонсота, тимәк, һөйөү хисе лә юғала.
7. Иреңдең мал-мөлкәтенә һаҡсыл бул.
Уның малы - һинең малың. Иреңдең байлығын урынлы ҡуллан, исраф итмә. Был да - һөнәр һәм ҡәҙер күрһәтә белеү.
8. Иреңдең туған-тыумасаһына хөрмәт күрһәт.
Уларға иғгибарлы булыуың - иреңдең күңелен күреуең. Уларға хөрмәтең - иреңә хөрмәт күрһәтеүең. Был - кешеләрҙең ҡиммәтен һәм ҡәҙерен белеү.
9. Иреңдең серҙәрен һис кемгә һөйләмә.
Әгәр һөйләһәң, уны тубәнһеткән һәм һиңә булған ышанысын юғалтҡан булырһың. Шуньң арҡаһында ғаилә нигеҙегеҙ боҙолор.
10. Иреңдең дингә ярашлы һәр әмерен еренә еткереп үтә.
Ҡаршылашыуың, ыҙғышҡа килтерер һәм ғаиләгеҙҙән тынғылыҡ китер.
Шуны ла бел: ирең, хәсрәтле саҡта - шатланып, ул шатланғанда көйһөҙләнеп йөрөмә. Тәрбиәһеҙҙәр генә шулай ҡыланыр, һәм ҡылығың уның хис-тойғоһон һанламайһың кеүек тойолор.
Гүзәл Ситдиҡова, "Йәш ғаиләгә нәсихәттәр".