Сығышым менән иҫ киткес гүзәл тәбиғәтле Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылынанмын. Боронғо халыҡ йырҙарын тыңлап, йырлап, серле ҡурай моңона ҡойоноп үҫкәнмен, тип әйтә алам.
Элек-электән ауылыбыҙҙа ҡурайсылар, гармунсылар, халыҡ йырҙарын оҫта итеп башҡарыусылар күп булған. Гармунсылар күп булһа ла, ҡунаҡтарҙа ҡурайға өҫтөнлөк бирелде. Атайымдың ике туғандары – ағалы-ҡустылы Закир бабай, Шәкир ағай Ғәбитовтар өҙҙөрөп ҡурайҙа уйнаны. Йырсылар иң тәүҙә йырҙың тарихын һөйләп алырҙар ине. Ә мин, бәләкәй бала, бер мөйөштә боҫоп ҡына уларҙың һөйләгәндәрен әкиәт итеп ҡабул итеп, ихлас тыңлайым. Ҡурайға ҡушылып, «Урал», «Буранбай», «Ҡара урман», «Сәлимәкәй», «Уйыл», «Сибай», «Шәүрә», «Һандуғас», «Бейеш» һәм башҡа халыҡ йырҙарын йырларҙар ине. Ололар бер-береһенең йыр һуҙғанын иғтибар менән тыңлап ултырыр ҙа аҙаҡ күмәкләп күтәрмәләп ебәрер ине.
Тағы ла миңә Ноғман Мусиндың «Һайлап алған яҙмыш» романындағы төп герой Карамдың прототибы, Мәликә еңгәмдең атаһы, Сәйфетдин ҡоҙаның йырлағанын тыңлау бәхете тейҙе. Бәләкәй генә булһам да, иҫем китеп, һоҡланып тыңланым. Сәйфетдин ҡоҙа «Каруанһарай», «Мәҙинәкәй-гөлкәй» һәм башҡа йырҙарының исемдәрен һанап сыҡты ла, был йырҙарымды пленда саҡта сығарғайным, тип, тағы әллә нисә йырын йырлап күрһәтте.
Моң ул күҙгә күренмәгән серле, тылсымлы яҡты нур ише йөрәгеңә үтеп инә лә бар булмышыңды солғап ала. Бигерәк тә халҡыбыҙ йырҙарын тыңлаған ваҡытта, бөтә донъяңды онотоп, оҙаҡ ҡына шул моң эсендә йөҙөп йөрөйһөң. Беҙ бала саҡта әллә ни балалар йыры булманы, әле лә башҡортса матур ғына балалар йырҙарын һирәк ишетәм. Ололарҙан ишеткән халыҡ йырҙарын тыңлап, йырлап үҫтек, тиһәм дә хата булмаҫ. Тау башына менеп, яулыҡтарҙы ҡыя һалып, ташҡа баҫып йырлау беҙҙең ғәҙәттә була торғайны. Ситтә йәшәгән ауылдаштарыма, студент ағайҙарға, апайҙарға ауылыбыҙ ҡаршыһындағы бейек теп-текә Таҡыясусаҡ тауына менеп йырлап төшөү үҙе бер мәртәбә ине. Ниңә яҙам һуң әле мин былар тураһында? Бер мәлде, бала саҡтан мейебеҙгә һеңеп, йөрәгебеҙ түрендә урын алған «Уйыл»ды татар халыҡ йыры тип шаҡ ҡатырҙылар, интернетта «Баяс» татар халыҡ йыры, тип яҙып ҡуйылған. Әлеге ваҡытта башҡорт халыҡ йыры «Ҡара урман» да «татар халыҡ йыры»на әйләнеп бара бит. «Ҡара урман» – башҡорт халыҡ йыры ул. Беҙҙең ҡуйы ҡара урманлы, таулы Бөрйән яҡтарында был йырҙы йырламаған кеше юҡ. «Уйыл», «Баяс», «Ҡара урман» йырҙарының ниндәй ерлектә сыҡҡандарын, башҡорт рухы менән һуғарылғанын исемдәре үк һөйләп тора бит. Нисек итеп уларҙы татар халыҡ йырҙары тип әйтеп була?
«Ҡара урман»ға бәйле бер хәл-ваҡиға тураһында һөйләп китмәйенсә булдыра алмайым. Беҙгә, педучилищены тамамлап килгән йәш уҡытыусыларға: «Һеҙ ноталарҙы яҡшы беләһегеҙ, инструментта уйнайһығыҙ», – тип, музыка дәрестәрен дә алып барырға ҡушырҙар ине. Учалы районының Ҡотой һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә уҡытып йөрөйөм. Уҡыусыларым йырға бик әүәҫ. Үҙем белгән халыҡ йырҙарын әҙ генә булһа ла мейеләренә һеңдерәйем әле тип, «Ҡара урман»ды өйрәтә башланым. Икенсе көнөнә үк Сибаева Фатима инәйҙең ейәнсәре Фәнүзә: – Апай, ул йырҙы йырламайыҡ, «Ҡара урман»ды йырлаһаң, төрмәгә ултырталар, – тине. Мин аптырап та, ҡыҙыҡһынып та: – Кем әйтә ул? – тип һораным.
– Әзәйем (өләсәйем) шул йырҙы йырлаған өсөн элек бер кешене төрмәгә ултырттылар, – тине. Уның өсөн кемде төрмәгә ултыртҡандарын Фатима инәйҙән һорап ҡалмағаныма шул тиклем үкенәм. Был хәл «Ҡара урман»дың бик боронғо башҡорт халыҡ йыры булыуын, әммә әҙерәк телдән төшөп ҡалыуын тағы бер ҡат иҫбатлай. 2012 йылдың 12 апрелендә «Башҡортостан» гәзитендә «Һәр яҙмыш – оло тарих» тигән мәҡәләм баҫылып сыҡҡайны. Ул атайымдың хәтирәләренә таянып яҙылды: «1937 йылдың август аҙағы булһа кәрәк. Миңә ул ваҡытта 11 йәш ине. Ауылыбыҙға Заһир Исмәғилев менән Ғәйнан Әмири кил- де. Боронғо йырҙар, бейеүҙәр эҙләп йөрөйҙәр икән. Халыҡты мәсеткә йыйҙылар. Ҡурайсыларҙы, йырсыларҙы, бейеүселәрҙе саҡыртып алып, һәр береһен йырлатып, ҡурайҙа уйнатып, бейетеп ҡаранылар. Әхмәҙулла ағай: «Хоҙай ғүмер бирһен күп йылға», – тип йырлағайны, әсәйем ҡурҡып: «Алай ҙа ғына кеше күп булманы, юғиһә алып китеп барырҙар ине», тине. Ни тиһәң дә, халыҡтың ҡотон алып, ҡара ҡайғыларға килтергән фажиғәле 1937 йыл ине шул», – тип һөйләгәйне атайым».
Ҡанһыҙ репрессия йылдарының шауҡымы бик оҙаҡҡа еткән, нисәмә йылдар үтһә лә, кешеләрҙең йөрәгендә ҡурҡыу, шом йәшәгән. «Бик ауыр, ҡурҡыныс замандарҙа йәшәнек, кешене бер таҡмаҡ йырлаған өсөн дә төрмәгә ултырттылар», – тип хәтерләр ине ололар. «Ҡара урман» йырының онотола барыуы, һирәк йырланыуы, бәлки, шуға ла бәйлелер. Репрессия йылдарының касафаты тағы әллә күпме йырҙарыбыҙҙы халҡыбыҙҙың хәтеренән юйҙырғандыр әле. Йәштәребеҙгә халыҡ йырҙарын башҡарыуға ла иғтибар итергә кәрәктер. Моңһоҙ, еңел-елпе, мәғәнәләре һай ғына йырҙар күбәйеп бара. Хәҙерге заманда төпкөл генә ауылдарҙа ла балалар тик русса ғына һөйләшә бит. Йәштәребеҙ ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған аманатты, халҡыбыҙҙың моңло йырҙарын, үҙҙәренән һуң килер быуынға түкмәй-сәсмәй генә тап- шыра алырҙармы икән, тип хафаланып ҡуям. Туған телендә һөйләшмәгән бала үҙ халҡының йырҙарын йырлауы икеле. Тел менән бергә халҡыбыҙ йырҙарына, моңдарына юғалыу ҡурҡынысы янай бит.
Белгес фекере
Розалия Әсфәндиәр ҡыҙы Солтангәрәева, филология фәндәре докторы, халыҡ йырҙарын башҡарыусы, сәсәниә:
– «Ҡара урман» – боронғо башҡорт йыры. Әммә ике халыҡтың аралашып йәшәүе арҡаһында, тәү сиратта, татар мәҙәниәте йоғонтоһонда, ул буталған. Башҡарыу үҙенсәлектәре, хатта мелодикаһы буйынса, башҡортҡа хас оҙон көй үҙгәргән. Йыр XIX быуаттың беренсе яртыһында тыуғандыр, күрәһең. Ни булһа ла башҡорттар ҙа, татарҙар ҙа уны яратып тыңлай. Мин уны 2010 йылда Хәйбулла районында Мөхәмәтйән Ҡаҙаҡбаевтан (Һаҡмар- Наҙарғол ауылы), Әсмә Усманованан (Аҡъяр), Камил Илембәтовтан (Әбеш) яҙҙырып алғайным.