Все новости
Общие статьи
27 Февраля 2023, 15:34

Әсәйҙәр тураһында шиғырҙар

8 Март байрамына әсәйҙәр тураһында шиғырҙар матур шиғырҙар.

Әсәйҙәр тураһында шиғырҙар
Әсәйҙәр тураһында шиғырҙар

Бөгөн көн бигерәк матур,
Һигеҙенсе март еткән.
Әсәйҙәр - донья тотҡаһы
Әсәйҙәр булһын иҫән!

Күктәге ҡояш йылмайып
Һибә йылы нурҙарын.
Әйтерһең, ҡояш та белгән
Әсәйҙәрҙең байрамын.

Донья матур, тормош нурлы
Әсәйҙәр, һеҙҙең менән!
Өйҙә йәмле, аштар тәмле,
Булһын әсәйҙәр гелән!

Донъяға йәм биреүселәр,
Ашҡа тәм биреүселәр,
Матурлыҡты булдырыусы
Ул - ҡәҙерле әсәйҙәр.

Өйҙә йылы усаҡ утын
Һаҡлаусы ул әсәйҙәр.
Бар эшкә лә өлгөрөүсе
Улар - беҙҙең әсәйҙәр.

Әсәйҙәргә беҙ бурыслы
Ҡарап үҫтергән өсөн.
Матур теләктәр теләйек,
Һигеҙенсе март менән!

***

- Бирешмәйһең, әсәй, афарин, - тип,
Хуплап-йөпләп торам. Шулай ҙа
Олоғаяһың шул, әсәкәйем...
Шуға, ахыры, йөрәк тулай ҙа,

Борсола ла тора. Бер туҡтауһыҙ
Ҡайтҡым килә һинең яныңа,
- Әсәй көтә мине, әсәй көтә! –
Ошо уйым һеңгән аңыма.

...Тик әсәйем мине һәр саҡ көтә,
Тик ул мине уйлай, һағына,
Һалдат кеүек, ғүмерлеккә баҫҡан
Минең бәхетемдең һағына.

Әсәй барҙа – һәр кемебеҙ бала,
Әсәйһеҙҙәр – етем һәр йәштә,
Бәлә-ҡазаларҙан ҡурсый беҙҙе
Әсәй тигән изге фәрештә.

Әсәй, һине гелән иҫтә тотам,
Янда булһаң – донъям түңәрәк!
Йәшә генә, әсәй, сәләмәт бул,
Бәхет өсөн миңә һин кәрәк!

Фирүзә Абдуллина.

***

Көтөп алған әсәй мине,
Төрөп һалған биләүгә.
Ғүмер биргән әсәйемә
Бурыслымын иң тәүҙә.

Ғәзиздәрҙән-ғәзиз генә
Әсәйҙәр был донъяла.
Ҡосаҡтары - һүнмәҫ усаҡ,
Йөҙҙәренән нур тама.

Сабыйҙарҙың ауазына
Ҡушыла әсә йыры.
Балаһына бәхет теләй
Әсәйҙәр ғүмер буйы...

Зөһрә Үтәғолова.

***

Иң матур юлдар –
Һин йөрөгән юлдар.
Иң тәмле һыуҙар –
Һин биргән һыуҙар.

Иң йомшак ҡулдар –
Һин һөйгән ҡулдар.
Иң яҡты моңдар –
Һин белгән моңдар.

Иң ҡайнар эҙҙәр –
Һин баҫҡан эҙҙәр.
Иң моңло күҙҙәр –
Һин баҡҡан күҙҙәр.

Иң тоғро һүҙҙәр –
Һин әйткән һүҙҙәр.
Иң сабыр йөрәк –
Һинең йөрәгең.

Иң талмаҫ беләк –
Һинең беләгең.
Иң изге теләк –
Һинең теләгең.

Иң бөгөлгән бил –
Ул һинең билең.
Гөл һибелгән тел –
Ул һинең телең.

Үс тотмас күңел –
Һинең күңелең,

Әсәй!

Фәнис Яруллин.

***

“Әсәй” тигән ҡыҫҡа ғына һүҙгә
Бөтә донъя һыйған, һыйынған!
Ҡояштың да иң-иң наҙлы нуры
Әсәй йөрәгендә ҡойонған!

Әсәкәйем минең! Яндарыңда
Гелән рәхәт, гелән күңелле!
Һиндә генә урын алғандыр ул
Йомшаҡлығы йөрәк, күңелдең!

Телкәйеңдән гел йылы һүҙ сыға,
Балаларым, тиеп йәшәйһең.
Ғүмеркәйең оҙондарҙан булһын,
Донъялағы иң шәп кешеһең!

Рәзилә Ырыҫҡужина.

***

Иң йомшаҡ ҡулдар,
Иң көслө иңдәр —
Тик әсәйҙәрҙә,
Юҡ уға тиңдәр.
Әсәйҙәр күҙе —
Иң матур күҙҙәр,
Әсәйҙәр һүҙе —
Иң наҙлы һүҙҙәр.
Улар бирәләр
Иң дөрөҫ кәңәш,
Улар булалар
Иң яҡшы серҙәш.
Иң нескә күңел,
Иң саф ҙур йөрәк,
Иң ҡайнар һөйөү,
Иң изге теләк.
Иң йылы ҡуйын —
Тик әсәйҙәрҙә.
Бәхет бар улар
Булған өйҙәрҙә.
Йәшәү йәмен һеҙ
Биргән бит беҙгә,
Әсәйҙәр, рәхмәт,
Мең рәхмәт һеҙгә!
( К. Шафиҡова)

***

Ожмах—әсәләрҙең аяҡ аҫтында,
Бәхет — әсәң иҫән булыуҙа.
Әсәйеңдең һөйөнөстән генә
Күҙҙәренә йәше тулыуҙа.

Ғүмер биргән әсәң, наҙлап ҡына
Балам тиеп сәсең һыйпаһа,
Күҙҙәреңә ҡарап, уйҙарыңа
Риза булып ихлас йылмайһа—

Шул бит ожмах. Йөрәгенә әсә
Бар ғаләмдең нурын йыйнаған.
Һеҙгә генә үҙен бағышлаған,
Күңел наҙын һеҙгә төйнәгән.

Һеҙҙең уңыш— уға йәшәү көсө,
Һеҙҙең ҡайғы— йөрәк һағышы.
Йәнәш һулап, йәшәү мәғәнәһен
Һеҙҙә генә уның табышы.

Тыныс булһын әсә күңелдәре,
Нурҙар ҡунһын әсә йөҙөнә,
Именлектә уҙһын һәр бер көнө,
Йырҙар тулһын күңел түренә.
Наилә Хәмбәлиева.

 

Автор:
Читайте нас: