Все новости
Общие статьи
19 Февраля 2023, 13:09

"ҺӨТЛӨ ҠЫҘЫҠАЙ" ТОРТЫ

Зөбәржәт Утарбаеванан иҫ киткес ябай, тәмле торт рецебы, дуҫтар. Тиҙерәк һаҡлай һалығыҙ!  Әйткәндәй, был тортты бешереүгә һеҙҙең иң күбендә 1 сәғәт ваҡыт китәсәк. 

"ҺӨТЛӨ ҠЫҘЫҠАЙ" ТОРТЫ
"ҺӨТЛӨ ҠЫҘЫҠАЙ" ТОРТЫ

Ҡамыр:

-1 банка ҡуйыртылған һөт (360-380 г)

-2 йомортҡа

-160-180 г он 

-50 г аҡ май

-10 г ҡамыр йомшартҡыс

❗ бөтә ингредиенттар ҙа бүлмә температураһында булырға тейеш

Крем:

-350 г һарҡытылған ҡаймаҡ (20%)

-200 мл һөт өҫтө (33%)

-90 г шәкәр пудраһы

йәки:

500 мл һөт өҫтө (33%) + шәкәр пудраһы. 

1.Ҡамыр өсөн бөтәһен бергә ҡушып болғатабыҙ. Ике тигеҙ өлөшкә бүләбеҙ.

2. Формаға сифатлы пергамент түшәп, ҡамырҙың 1 өлөшөн ҡойоп, тигеҙләп йәйәбеҙ (лист ҙурлығында).

3. 180 градусҡаса ҡыҙған мейестә 5 минут бешерәбеҙ.

4. Әҙер корждың тирә яғын тигеҙләп киҫеп, үҙен тигеҙ 4 өлөшкә бүләбеҙ (2 корждан 8 шт сығасаҡ).

5. Крем өсөн һалҡын һөт өҫтөн, ҡаймаҡты, шәкәр пудраһы ҡушып, яҡшылап туғыйбыҙ.

6. Һәр коржды крем менән мул ғына һөртөп, тортты йыябыҙ. Теләгәндә араһына емеш-еләк һалырға була.

7. Корждан ҡалған киҫәктәрҙе ваҡлап, торттың тышын биҙәйбеҙ (мин өҫтөнә кокос стружкаһы һиптем). 

8. 1-2 сәғәткә һыуытҡысҡа оҙатабыҙ. Һеҙ ҙә бешереп ҡарағыҙ. Тәмле фотоларығыҙ менән бүлешегеҙ! 

Автор:
Читайте нас: