Общие статьи
14 Февраля 2023, 07:21

Әфлисун сәйәхәте (булған хәл)

Дүрт әфлисун алып ҡайтты ирем. Өсәүһен гәзиткә төрөп, бүрек эсенә һалып шифоньерға тыҡтым – оҙаҡламай ҡыҙыбыҙға һутын эсерә башларға була.Бер заман ҡыйын булып китте: минең өйөмдә әфлисун бар, атам менән әсәмдең ашап ҡарағаны ла юҡтыр әле. Теге берәүһен ауылға алып ҡайтып күстәнәс итеп тотторҙоҡ. Ҡыуанып алып ҡалдылар. Миңә лә рәхәт булып ҡалды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Әфлисун сәйәхәте (булған хәл)Әфлисун сәйәхәте (булған хәл)
Әфлисун сәйәхәте (булған хәл)

Ай тирәһе ваҡыт эсендә әфлисундарҙың ҡайҙа һутын һурҙырып, ҡайҙа ашатып бөтөргәйнек кенә, күрше йүгереп инде: срочно телефонға! Ҡауғаланып барып индем. Теге остан уртансы апайым:
-Теге апельсиның ҡалманымы?
-Ҡайһы?
-Үткәндә ҡәйнәмә ашатҡан.
-Мин ҡоҙағыйға күстәнәс ебәргәнем юҡсыыы, - тип һуҙам.
-Уф! Ныыҡ ауырып ятҡанында һин ебәргән апельсинды ашағайны, шәбәйҙе лә китте. “Шул нәмә юҡмы икән?” – тип һорай.
-Юҡ шууул.
Бер ҡайтҡанда һорай ҡуйҙым. Атам: “Беҙ ят ризыҡ ашап ултырайыҡ. Аръяҡтағы ҡыҙың тәмләп тә ҡарамаһын. Улай булмай инде,”- тип әсәмә тоттороп сығарып ебәргән.
“Ҡәйнәм ризыҡ һайлап ятҡанда, мин тамаҡ һыйлап ултырмайым инде,”- тип уртансы апайым бөтәү көйө ҡәйнәһенә илткән.
Тышта 80-се йылдар аҙағы ине.
Миннур Ҡасимова.

Автор: