Все новости
Общие статьи
9 Февраля 2023, 14:50

Башҡорт тирмәһе хаҡында

Башҡорт тирмәһенең бер нисә төрө була:- «тирмә» — традицион көнкүреш тирмәһе;- «аш тирмә» — аш-һыу әҙерләү өсөн тәғәйенләнгән тирмә;- «ҡунаҡ тирмә», «аҡ тирмә» — аҡ кейеҙ менән ябылған ҡунаҡ ҡаршылау өсөн тәғәйенләнгән тирмә;- «Ун ике ҡанатлы аҡ тирмә» — иң ҙур тирмә — ырыу башлыҡтарына, хандарға тәғәйенләнгән.

Башҡорт тирмәһе хаҡында
Башҡорт тирмәһе хаҡында
Тирмә урынын билдәләүгә борондан ҙур әһәмиәт бирелгән. Урынды ат урап үтһә, йәки, мәҫәлән, үрмәксе ҡаҙан аҫтында ау ҡормаһа — был ергә тирмә ҡуймағандар. Башҡорттар тәбиғәткә бик һаҡ булған: тирмәне ҡуйған саҡта доғаһыҙ ҡаҙыҡ ҡатмағандар, тирмәнең хайуандар өңөнә, эре ҡош ояһына яҡын булмаҫҡа тейешлеген белгәндәр. Тирмә шишмәле-йылғалы, ҡоро, ҡалҡыу ерҙә урынлаштырылған.

Беренсе мәртәбә тирмә ҡуйған саҡта бағананы майлап, теләк тә әйткәндәр:

Тирмә ҡотло булһын,
Бәрәкәт артһын,
Ҡото йоҡһон!
Киң ризыҡ килһен!

Тирмәнең тышҡы һәм эске биҙәлешендә ырыу билдәләре мотлаҡ сағылырға тейеш булған. Тирмә тышындағы кейеҙҙә, мәҫәлән, тамға күрһәтелер булған, ырыу әләме эленгән.

Тирмәлә йәшәүҙең дә үҙ ҡанундары булған: ингән-сыҡҡан саҡта уң аяҡтан башларға, тупһаға баҫмаҫҡа, тирмә эсендә ҡысҡырышыу — талашыу тыйылған, ашарға ултырғанда билдәле бер тәртип буйынса инеп ултырғандар.
 
Автор:
Читайте нас: