Бик күп ығы-зығы, тынғыһыҙлыҡ, көсөргәнеш кисереп, берауыҡ шуларҙан арына төшкәс, күңел ҡапыл бушап ҡалғандай була. Бындай саҡта үҙеңде ҡайҙа ҡуйырға белмәйһең.
Бер мәл өҫтөңдән тауҙар төшкәндәй була. Шатлыҡтан шашырға, еңеләйеп әллә ҡайҙа ашырға әҙерһең.
Өҫкә ауған ҡайғыларҙан ҡайсаҡ шартлар хәлгә етәһең. Ауыҙың тулы ҡан булһа ла иренеңде ҡымтыйһың.
Һирәк-һаяҡ айбанып китәһең. Йөрәк тигеҙ, күңел тыныс, вайым юҡ төҫлө...
Эштән сығып арығанда, бала булып, әсәйемдең алдына башымды һалғым килә. Бар нәмәнән бушанып ҡалғанда, иркә булып, йән һөйгәнемдән иркәләнәһем килә. Шатлыҡтарҙы дуҫтар менән уртаҡлашаһы, ҡайғыларҙы туғандар менән бүлешәһе килә.
Барыһы арыу булғанда, һәүетемсә йәшәге килә. Бары йәшәге килә.
Ғайса Хөсәйенов ."Тормош". Парсалар.