Все новости
Общие статьи
3 Февраля 2023, 15:48

ӘРМЕГӘ (ЯУҒА) КИТЕҮСЕНЕ ОҘАТҠАНДА ТЕЛӘК ТЕЛӘҮ

"Башҡорт халыҡ ижады" китабынан. 

ӘРМЕГӘ (ЯУҒА) КИТЕҮСЕНЕ ОҘАТҠАНДА ТЕЛӘК ТЕЛӘҮ
ӘРМЕГӘ (ЯУҒА) КИТЕҮСЕНЕ ОҘАТҠАНДА ТЕЛӘК ТЕЛӘҮ

Хәйерле сәфәр, изге ниәт булһын,

Хызыр Ильяс юлдаш булһын,

Әйүп бәйғәмбәр сабырлыҡ бирһен,

Сабырлыҡ бирһен дә уңыш бирһен,

Әжәлеңә сабырлыҡ бирһен.

Ябраил фәрештәнең ҡанаты аҫтында йөрөргә яҙһын,

Тел-тештән һаҡлаһын!

Нахаҡ бәләнән һаҡлаһын!

Юҡ яланан һаҡлаһын!

Раббым, Хоҙайым!

Бер һиңә тапшырам. 

Ҡазаларҙан ҡурсала!

Амин!

 

 

(Фото "Атайсал" гәзите төркөмөнән алынды)

Автор:
Читайте нас: