Алһыу бөгөн ғаиләһен балан бәлеше менән һыйларға булды, ял көндәрендә ауылға барғанда балан алып ҡайтҡайны.
Эх, тәмле лә инде балан бәлеше! Бала саҡҡа алып ҡайта был тәм, әсәй күҙ алдына килеп баҫа...
Әсәһе менән атаһы шул балан бәлеше арҡаһында танышып, донъя ҡорғандар.
...Әлфиә (Алһыуҙың әсәһе) 11 синыфта уҡығанда атаһы Марат ағай һыуыҡ тейҙереп больницаға эләкте. Әлфиә көн дә тиерлек мәктәптән һуң атаһына йылы аш, тәмләткестәр алыпбара. Кисә әсәһе менән балан бәлеше бешерҙеләр.
Әсәһе:
-Атайыңа алып барырһың, бүлмәләш егеттәрен дә һыйлаһын, -тине.
Әлфиә атаһына килгәндә бүлмәлә бер кем дә юҡ ине, укол ҡаҙатырға киткәндәр. Ана яйлап киләләр атаһы, Нәзир ағай, ә өсөнсөһө таныш түгел.
-О, минең ҡыҙым килгән икән, иҫән генәме? - тине атаһы.
-Һаумы, атай! Минең хәлдәр һәйбәт, үҙең ни хәлдә?
-Аллаға шөкөр, иртәгә сығарабыҙ,тинеләр.
-Атай, беҙ кисә әсәй менән һин яратҡан балан бәлеше бешерҙек, бергәләп сәй эсегеҙ, - тине Әлфиә.
-Рәхмәт, ҡыҙым, бына таныш булығыҙ - Азат. Ә был ҡыҙым Әлфиә. - Егет ҡыйыуһыҙ ғына ҡул һуҙҙы.
Ошо танышҡандан бер йыл осрашып йөрөгәндән һуң ғаилә ҡорҙолар Әлфиә менән Азат.
Берәйһе: "Нисек таныштығыҙ? - тип һораһа, Азат, йылмайып: -Мине Әлфиә балан бәлеше менән һыйлап үҙенә арбаны", - тип көлә.
...Һәр көҙ һайын сентябрь аҙаҡтарында Алһыуҙың атаһы менән әсәһе ат егеп урманға балан йыйырға баралар. 8-10 тоҡлап балан емеше һындырып алып ҡайталар. Шунан күмәкләшеп ултырып балан бәйләйҙәр, тәлгәштәрен япраҡтарҙан таҙартып, бауға теҙәләр. Бер тоҡтан бер бау балан сыға. Был эш бик мауыҡтырғыс, күңелле үтә, балан бауы, мәрйендәр кеүек теҙелешеп, күҙҙең яуын алып торалар. Һуңынан уларҙы атаһы өй ҡыйығы аҫтына элеп ҡуя, баланға тура ҡояш нурҙары төшмәҫкә тейеш.
Ҡышҡы сатлама һыуыҡтар төшкәс, атаһы балан бауын алып, ипләп кенә тоҡҡа һалып туҡмай. Туңған емештәр тоҡ эсенә ҡойола, аҙаҡ иләк аша иләп сүптәренән таҙарталар.
Сират әсәйгә етә. Ул баланды ҙур ҡаҙанда шәкәр сөгөлдөрө менән бергә ике сәғәт бешерә. Шул арала балан емештәре күкһел төҫкә инеп бешә. Бешкәс, әсәһе баланды һөҙөп, һөйәктәренән аралай, тишекле таста ҡул менән ыуа. Балан пюреһы килеп сыға, уға шәкәр өҫтәп талғын ғына утта бер сәғәт ҡайната. Өй эсе тәмле, татлы еҫтәргә күмелә.
Әсәһе баландан шулай уҡ тәмле бәлеш, пирожкиҙар бешерә. Бәлешкә баланды бешкәс айырып алып ҡала, уны һөйәктәренән айырмай. Бар ғаилә менән күмәкләшеп тәмләп сәй эсәләр. Былар барыһы ла - иҫтәлек, бала саҡтың яҡты хәтирәһе генә булып ҡалған инде...
Алһыуҙың балан бәлеше уңды, ҡамыры ла, эслеге лә бик яҡшы килеп сыҡты, тәме генә башҡасараҡ. Эйе, ауыл мейесендә бешкән бәлеш түгел инде.
Балан бәлеше -бала саҡ тәме...