Все новости
Общие статьи
10 Ноября 2022, 16:30

ҠАСҠАЛАҠ

Мөҙәрис Багаев.

ҠАСҠАЛАҠ
ҠАСҠАЛАҠ

Ғәффә апайҙың хикәйәтен тыңлап бөтөүгә, Әмир ҡустының мунсаһы әҙер ине. Беҙ йыуынып сыҡҡанда ҡараңғы төшмәгәйне әле.

– Шул тиклем ерҙән килгәс, бер ыңғай иптәшеңде Нәфисә апайыңдарға алып барып, уның да хәбәрен тыңлатып килмәйһеңме? – тине апаһы Мансурға беҙҙе ҡымыҙ менән һыйлай-һыйлай һәм миңә ҡарап, өҫтәп ҡуйҙы:

– Беҙҙә Нәфисәләр икәү. Береһен «Шаталаҡ», икенсеһен «Ҡасҡалаҡ» тип йөрөтәләр. Бына шул ҡушаматы ҡайҙан килеп сыҡҡаны хаҡында һөйләтегеҙ, һүҙгә әүәҫ ул.

Беҙҙең ыңғайға Әмир ҡусты ла кейенә башланы.

– Түбән оста йәшәй ул. Ат менән генә илтеп ҡуяйым үҙегеҙҙе, – тине.

Санаға ултырышып, ҡапҡанан сығыу менән Мансур:

– Аттарыңды нисә башҡа еткерҙең әле? – тип һорап ҡуйҙы.

– Ун алтыға. Бейәләрем иҫән-һау ҡолонлап бирһә, алдағы йыл егерме биш самаһы булыр тип торам, – тине Әмир атының дилбәгәһен ҡаҡҡылап.

– Был ҡустыма ат ене ҡағылған. Атаһы Стәрлелә фатир хәстәрләһә лә, шунда китмәй, күпләп ат аҫырайым тип, ауылда ҡалды. Аптырағас, Абдраҙаҡ ағай менән еңгә үҙҙәре Стәрлегә күсенде. Ә был лесхоздың ташландыҡ келәтен йүнәтеп, ат һарайы итеп эшләп алды. Бер уйлаһаң, маладисһың инде, ҡустым – тырышып донъя ла көтәһең, өләсәйеңде лә ҡарайһың, – тип, Мансур Әмирҙең арҡаһына ҡағылып алды.

Беҙ бейек кенә ҡойма менән уратылған йорт алдында төшөп ҡалдыҡ. Ихатаға инеү менән келәт эргәһенә өйөлөп ҡуйылған умарталарға иғтибар иттем.

– Зариф ағай ҡорт менән булаша. Солоҡтары ла бар шикелле, – тине Мансур минең һораулы ҡарашымды күреп.

Ишек ҡағып, «Мөмкинме?» тип өндәшеүебеҙгә эстән:

– Әйҙәгеҙ-әйҙә, инегеҙ, – тигән тауыш ишетелде.

Хужалар бәләкәй яҡтағы һикелә киске аш ашап ултыралар ине. Ай-вайыбыҙға ҡарамай, беҙҙе лә табынға ултырттылар. Хәл-әхүәл һорашып, ваҡ-төйәк тураһында һөйләшеп, байтаҡ ҡына һыйланып ултырҙыҡ. Аңлауымса, инде һикһәнен тултырған Нәфисә инәй өлкән улы Зариф һәм килене Хөмәйрә менән йәшәй. Шулай уҡ утыҙға етеп килгән ейәне Шамил да яндарында. Донъялары етеш: мал аҫырап, умарта тотоп, һәүетемсә генә йәшәп яталар икән.

Үҙем ҡортсолоҡ менән шөғөлләнгәс, әңгәмәне шул яҡҡа борорға тырыштым. Зариф умарталарын бөтөнләй онотоп тигәндәй, башлыса солоҡтары хаҡында һүҙ алып барҙы. Ул солоҡсолоҡтоң әкренләп юҡҡа сыға барыуына әсенеп:

– Ҡартайыбыраҡ кителде. Уларҙы ишәйтергә дәрт бар ҙа бит, дарман яғы самалы. Ни малайҙың ҡортҡа әүәҫлеге юҡ. Өлкән ҡыҙым шул яҡҡа йылдам булды. Ҡана, үҙем, тип төтөнлөк, күнәк аҫып ағасҡа ла үрмәләй, ҡурҡып-нитеп тормай балын да «һә» тигәнсе ҡырҡып ала торғайны. Биләрит яғына кейәүгә сығып китте шул, – тип ҡуйҙы.

Оло яҡҡа сығып ултырғас. Мансур Нәфисә инәйгә ҡарап:

– Апай, бына иптәшкә үҙеңдең ҡушаматың хаҡында һөйләп ишеттер әле. Матур итеп гәзиткә баҫтырыр үҙеңде, – тине.

Инәй фотоға төшөргә әҙерләнгән кеше һымаҡ, өҫ-башын һыпырғылап, яулығын рәтләберәк ҡуйҙы ла:

– Әлләсе, гәзиткә үк баҫтырыу килешерме икән... Әллә нимәһе юҡ, шул беҙҙең тормош инде, – тине һәм тамағын ҡырып алып, һүҙ башланы.

– Һөйләйем, әтеүсә... Беҙ, һуғыш осоро балалары, тиҙ өлгөрҙөк. Ҡулға һәнәк-көрәкте лә, балта-бысҡыһын да бик иртә тоттоҡ. Ғишыҡ тигәне лә иртә килде. Ун дүртем тулыр-тулмаҫ минән өс йәшкә оло Ғәлинур тигән егет артымдан йөрөй башланы. Клубҡа сыҡһаҡ, өйгә тиклем оҙатып ҡуя, сыҡмаһаҡ, ҡапҡа төбөнә килеп саҡырып сығара ла, һөйләшеп торған булабыҙ шунда. Элек беҙҙең йөрөү шулай була торғайны инде. Егетем төҫкә-башҡа бик булмаһа ла күңелемә ныҡ яҡын ине. Әкренләп килерен һағынып көтөп ала башланым. Клубта-фәлән башҡа ҡыҙҙарға һүҙ ҡушһа, көнләшеп тә ҡуя инем, хатта. Күрәһең, уға үҙем дә ныҡлап ғашиҡ булғанмындыр инде.

Бер заман Шаталаҡ Нәфисә лә Ғәлинурға ғашиҡ булып, минән уны һалдырып алырға йөрөй икән, тигән хәбәр ишеттерҙеләр. Эй ҡыйын булып китте шунда. Мендәремә ҡапланып иланым да иланым. Үҙем бер туҡтауһыҙ: «Ғәлинурымды Шаталаҡҡа барыбер бирмәйем», – тип шыбырҙайым. Нисек уны үҙемә бәйләп тоторға уйлағанмындыр инде, кем беләлер.

Мин шулай янып-көйөп йөрөгәндә Ғәлинурҙың йәше тулып, һуғышҡа алып киттеләр. Оҙатҡанда «Көт» тигәс, һүҙһеҙ генә күкрәгенә башымды һалып илаған булдым. Шаталаҡтың да яныбыҙҙа уралғанын күреп, асыуым килгәйне. Хатта барып йәбешеп, сәстәрен йолҡоп ташларҙай булғайным.

Ғәлинур китеп бер йыл үтеүгә, һуғыш баҫылды. Инде ҡайтып та килер тип осоп-ҡанатланып йөрөгәнемдә «Беҙҙе япондар менән һуғышҡа алып киттеләр», тигән хәбәре килде. Уныһы тамамланғас та ҡайтарманылар әле үҙен. Корея тигән илдә хеҙмәт иттерергә ҡалдырғандар. Ана ҡайта, бына ҡайта, тип көткәс, был хәбәрҙе ишетеүе ҡыйын булды, үҙемде ҡайҙа ҡуйырға белмәй, байтаҡ йөрөнөм.

Ир-ат һуғыштан ҡайтҡас, тормош көтөүе еңеләйеп ҡалыр, тип көтһәк тә, тәүге йылдарҙа нужа ҡаласын күп ашарға тура килде әле беҙҙең кеүек йәш ҡыҙҙарға. Һорап та тормай ФЗО-ға уҡырға, йә булмаһа Биләрит яҡтарына урман ҡырҡырға ебәрә торғайнылар ул заман йәш-елкенсәкте. Бына шуларға бармаҫ өсөн күптәр ун алты-ун ете йәштән кейәүгә сыға һалды, кәләш алды.

Беҙ, буйҙаҡ ҡалған биш ҡыҙ, урман ҡырҡырға китеүселәр исемлегенә инеп, Биләрит яҡтарына ебәрелдек. Ғәрәфи бабай аты менән алып китте беҙҙе. Тау-урман эсенән, һарҡыу ерҙәрендә арбаға ултырып, үргә менгәндә йәйәү атлап, биш көн тигәндә Әүжәнгә барып еттек.

Ғәрәфи бабай беҙҙе Иван Митрофанович тигән кешенең ҡулына тапшырып ҡайтып китте. Айыуҙай таҙа кәүҙәле был мастерға эйәреп, шул көндө үк ҡара урман эсенә инеп киттек. Урман ҡырҡыусылар йәшәгән ер башлыса ҡыуыштарҙан ғына торған үҙе бер ауыл ине. Шундағы үҫмер малай-шалай ярҙамында беҙ ҙә иркен генә ҡыуыш ҡороп индек.

Урман ҡырҡыу эшенең нисек ауыр икәнен уны татып ҡараусылар ғына беләлер. Иҫкә төшһә, һаман сәс төптәре сымырҙап китә. Ир-ат бик сыҙап бармағанды беҙ, йәш ҡыҙҙар, нисек сыҙағанбыҙҙыр инде. Көн оҙоно эшләп, арманһыҙ булып, кисен саҡ-саҡ ҡыуышҡа ҡайтып йығыла торғайныҡ.

Бер ай самаһы шулай эшләгәс, Ғәрәфи бабай тағы ике ҡыҙыбыҙҙы, Әҡлимә менән Миңлеямалды, килтереп китте. Ҡыҙҙар килеп төшкәс тә: «Ғәлинурың ҡайтып төштө бит», – тип, минән һөйөнсө ала һалды. Быны ишеткәс тә йөрәгем урынынан ҡупты. Шунда уҡ осоп ҡайтып, егетемдең муйынына һырылаһым килде, һағыныуым да баштан ашҡан булған, күрәһең, сыҙар әмәлем юҡ хатта. Бер аҙҙан былай ҙа ашҡынып типкән йөрәкте ярһытып, көнләшеү хисе күңелде биләп алды.

Әсәһе үлем өҫтөндә ятҡас, Шаталаҡ Нәфисәне беҙҙең менән ебәрмәгәйнеләр. Ул минең юҡлыҡтан файҙаланып, Ғәлинурҙы тиҙ генә ҡулына төшөрөп алыр, тигән уй мейемде бырауларға тотонмаһынмы!

Шулай бер-ике көн шаңҡыған балыҡтай йөрөнөм дә, ҡыҙҙарға: «Мин ҡасып ҡайтып китәм», – тип хәбәр һалдым. Улары: «Ҡуй, үҙеңде төрмәгә илтеп ябасаҡтар бит», – тигән булып, мине ниәтемдән кире ҡайтарырға тырыша. «Япһалар ябырҙар инде, башҡаса сыҙар әмәлем ҡалманы», – тип, ныҡлы ҡарарға килеүемде әйттем. Ҡыҙҙар быға әйттең ни ҙә, әйтмәнең ни типтер инде, шым ғына мине юлға әҙерләй башланы. Үҙ ауыҙҙарынан өҙөп, йәшереп кенә сөхәри киптерҙеләр, шырпы-фәләнен йүнәттеләр. Зарифа Иван Митрофановичтың бәләкәй балтаһын сәлдереп килтереп, артмағыма тығып ҡуйҙы. Һәр береһе үҙенең кәңәшен дә бирергә тырышты.

Ауылдаш ҡыҙҙарым менән ҡосаҡлашып хушлашып, таң атыр-атмаҫ элек юлға сыҡтым. Әүжәнде урап уҙып, үҙебеҙҙең яҡҡа илтеүсе ат юлына төшөп алғас, эскә йылы инеп китте. Әхирәттәремдең: «Кейек-фәләндән түгел, кешенән ҡурҡ», – тип әйткәндәрен иҫтә тотоп, инеп боҫорға әҙер генә булып юл ситенән атлайым. Атлы ла, йәйәүле лә бәндәләр осраштырғыланы. Уларҙы күреп ҡалыу менән ағас араһына инеп йәшеренә һалам да үтеп киткәс кенә сығам. Был яҡтарҙа ҡасҡындар күп икән тигәндәрен ишеткеләгәйнем, шуларға ғына тап булмаһам ярар ине, тип, юл буйы Хоҙайҙан ҡурсалауын һорап киләм. Йәш саҡ – йүләр саҡ булғандыр инде, иҫемә төшһә, әле лә йөрәгем өшөп китә. Ул ваҡытта аңымды хистәр биләп, ҡурҡыу-фәләнгә урын ҡалдырмағандыр, күрәһең.

Юлымда шишмәләр осраштырғылап торҙо. Шулар янында туҡтап, сөхәри кимерәм дә, һыуһынымды ҡандырып, ары атлайым. Ағас ҡырҡып ятҡанда мәрйә ҡыҙҙарынан усаҡта бәшмәк ҡыҙҙырырға өйрәнеп алғайныҡ. Кисен инде юлдан алыҫҡараҡ китәм дә сыбыҡҡа теҙеп утта бәшмәк көйҙөрөп ашайым. Емеш-еләге лә осраштырғылап торҙо. Ҡыҫҡаһы, бик туҡ булмаһам да, аслыҡтан этләнмәнем.

Ҡараңғыла ҡурҡып, шөбһәләнеп ятмаҫ өсөн яҡтыла уҡ «әүен баҙарына» китергә тырыштым. Ҡояш байыр-байымаҫтан берәй киң ботаҡлы ғына ағас төбөнә бишмәтемде йәйеп, балтамды ҡул осонараҡ һалам да, күҙҙәремде йомоп, белгән доғаларымды уҡый башлайым. Көнө буйы юлда арып килгән кеше ни – шунда уҡ йоҡлап та китәм. Уянып, күҙҙәремде асҡанда тағы яҡтырған була.

Шулай, сама менән ярты юлды уҙғас, ҡаршыма килгән бер бәндәне шәйләп ҡалдым. Тиҙ генә бер ҙур таш аҫтына боҫтом да бының үтеп киткәнен күҙәтеп ятам. Яҡыная төшкәс, һалдат кейемендәге был кешенең атлауы, нисектер, таныш һымаҡ тойолдо. Ул да булмай, ниҙер һиҙеп, йөрәгем дөп тә дөп килеп тибә башланы. Танып ҡалып, яныма етер-етмәҫ ҡаршыһына йүгереп сыҡтым да ҡосағына ташландым. «Ғәлинур... Ғәлинур...» тип шыбырҙап, туҡтауһыҙ илайым да илайым. Ә ул йыуатып арҡамдан һыйпай.

– Ҡайҙан килеп сыҡтың былай, һинең ҡиәфәтеңә ингән ен ҡыҙы икән, тип башта ҡотом осто, – ти ул ҡосағына ҡыҫып, яратып.

– Һине һағыныуыма түҙә алмай, күрәйем, тип ҡасып ҡайтып барам, – тим.

– Мин дә һине күрергә тип китеп барам, – ти Ғәлинур.

Бына шулай уйламаған ерҙә осраштыҡ Ғәлинурым менән. Ул көндө беҙҙән дә бәхетле кеше булмағандыр донъяла. Яҡындағы шишмә буйында ултырып, егетемдең күстәнәстәре менән һыйлана-һыйлана, туҡтауһыҙ серләштек тә серләштек ул көндө.

Аҙыраҡ анды-туңды йыйғас, Ғәлинурға:

– Былай ҡайтып инһәм, баштан һыйпамаҫтар. Берәй нимә уйларға кәрәк, – тинем.

– Уйланылған инде. Бынан йыраҡ булмаған ауылда еҙнәм силсәүит булып эшләй. Шунда барабыҙ ҙа яҙылышабыҙ, – тип яуапланы ул.

Шул ауылға барып яҙылыштыҡ. Бер бабайҙан никах уҡытып, ҡауышып та ҡуйҙыҡ. Ғәлинурҙың еҙнәһенә бесән эшләшеп ятып, ике аҙна тирәһе үткәс кенә ауылға ҡайтып индек. Башта килеп, мине һорашып, эҙләп йөрөгән булһалар ҙа, аҙаҡ ни, ир ҡатыны булғас, өндәшмәнеләр. Әммә шунан һуң «Ҡасҡалаҡ Нәфисә» тигән ҡушамат йәбешеп ҡалды.

Инәй һуңғы һүҙҙәрен әйткәндә, йылмая биреп ҡуйҙы. Уның хикәйәте тамамланғас, беҙҙе ҡайтанан табынға ултыртып, сәй менән һыйланылар.

Ҡунаҡсыл хужалар менән хушлашып, урамға сыҡҡанда, күктә йондоҙҙар емелдәшә ине. Бер аҙ һүҙһеҙ атлағас, Мансур:

– Дә-ә, һәр кеше яҙмышы үҙе бер роман яҙырлыҡ тип дөрөҫ әйтәләр ул. Уйлап ҡараһаң, ошо ҙур булмаған ауылда ғына тиҫтәләгән китап яҙырҙай мауыҡтырғыс яҙмышлы әллә күпме кеше йәшәйҙер әле, – тине тәҙрәләренән ут балҡытып ултырған өйҙәрҙе күрһәтеп.

– Шулай, – тип ризалашып, мин дә башымды ҡаҡтым...

Автор:
Читайте нас: