Все новости
Общие статьи
9 Ноября 2022, 11:28

Килен (булған хәл)

Мөҙәрис Багаев.

Килен (булған хәл)
Килен (булған хәл)

КИЛЕН

Яҡын ғына дуҫ кешем Мансур: «Тау яҡтарында йөрөп ҡайтырға иҫәбең юҡмы, хикәйә-фәләндәрең өсөн әллә күпме хәл-ваҡиғалар туплап ҡайтыр инең», – тип күптән саҡырһа ла, донъя мәшәҡәттәренән бушап, сәфәр сығырға форсат теймәйерәк торҙо. Төҙөлөш менән булышыу, бигерәк тә умарталар байтаҡ көс талап итә шул. Ер өҫтөнә тәүге ҡар ятҡас ҡына, ябаһын – ябып, урынлаштыраһын – урынлаштырып, аҙ-маҙ тын алып ҡалаһың һәм ноябрь аҙаҡтарында ғына юлға сығырға насип булды.

Ишембайҙың тирә-яғы алалы-ҡолалы булып ятһа ла, беҙ бараһы ерҙәр, йәғни тау яҡтары, күптән инде ҡышҡы кейемгә төрөнгән. Йәйгеһен бигерәк тә ямғырҙарҙан һуң йөрөүе ауыр булған соҡор-саҡырлы юлды ла ҡар аҙмы-күпме тигеҙләп, һәүетемсә генә үткеле яһаған.

Тау-урман араһына килеп инһәм, минең, дала яҡтарында тыуып-үҫкән кешенең, тыным тарлыға, тирә-йүнгә шикләнеберәк ҡарай башлайым. Ә Мансурҙың, киреһенсә, күҙ ҡараштары йәнләнеп, үҙ-үҙен тотошо бөтөнләй икенселәнеп китте. Дәртләнә биреп, юлда осраған тау-йылғаларҙың исемдәрен атай барып, улар хаҡында әллә күпме тарих һөйләп ташланы. Юлдашым үҙе лә шул яҡтан булып, эше буйынса ла был тирәләрҙе арҡырыға-буй күп үткән әҙәм. Ҡаршыбыҙға тап булған һәр таш, һәр ағас уға таныштыр һымаҡ тойолдо миңә.

Төш етәрәк ҙур ғына ауылға барып керҙек. Мансур машинаһын бер таш йорт алдында туҡтатты ла, тиҙ генә йомошомдо йомошлап сығайым, тип, шунда урынлашҡан ауыл хакимиәтенә инеп китте һәм бер нисә минуттан кире әйләнеп сыҡты.

– Түрә өйҙә юҡ икән, ҡайтышлай һуғылырбыҙ, – тине ул машинаһына инеп ултырып.

– Ә хәҙер ҡайҙа? – тигән һорауыма Мансур тәүҙә өндәшмәйерәк ҡалды. Тар ғына бер урамға боролғас:

– Әхмәт иптәшкә барабыҙ инде. Бик шәп, ҡунаҡсыл кеше, үҙе оҫта һунарсы. Мышы атырға рөхсәт ҡағыҙы алғайным, шуға ҡасан барырға икәнен дә һөйләшербеҙ, – тип яуап бирҙе ул.

Беҙ йыуан ғына уҫаҡ бүрәнәләрҙән һалынған ҙур йорт алдына килеп туҡтаныҡ. Мин ауылдағы өйҙәрҙең күбеһенең уҫаҡтан икәненә иғтибар иткәйнем.

– Өҫтәренә ҡарағай ауырға тора, нишләп ҡарағай йорттар һирәк-мирәк кенә? – тип һорай һалдым.

– Ҡарағайҙан ағас күрмәгән кеше генә һалһын! Элек-электән ата-бабаларыбыҙ уҫаҡтың лечебный икәнен белеп, өйҙәрен шунан төҙөгән. Хәтереңә теркәп ҡуй, – тип яуапланы юлдашым.

Ҡапҡанан инеүгә беҙҙе бер ҙур эт лауҡылдап ҡаршы алды. Мансурҙың: «Барыс, нельзя!» – тигәнен ишетеү менән эт уны таныны, буғай, өрөүенән туҡтап, ҡойроғон бер-ике болғап алды ла, ситкәрәк китеп баҫты. Ул да булмай, аҙбарҙан ҡулына һәнәк тотҡан өлкән генә тип әйтерлек йәштәге ир килеп сыҡты.

– Әйҙүкләп, – тине ул беҙҙең менән ике ҡуллап күрешеп.

Бер аҙ хәл-әхүәл хаҡында белешеп торғас, Әхмәт:

– Һеҙ өйгә инегеҙ, килен сәй эсерә торор. Мин малдарға курмы ғына бирәм дә... – тип һәнәген ҡулына алды.

– Килен, тиһең инде? – тине уға Мансур сәйерерәк йылмайып.

Әхмәт, нисектер, уңайһыҙланыбыраҡ беҙгә күҙ ташланы ла, боролоп, аҙбарға ҡарай атланы.

Ишектән инеүебеҙгә оло яҡтан «олатай» тип ун йәштәр самаһындағы малай йүгереп килеп сыҡты ла беҙҙе күреп туҡтап ҡалды, һәм бер аҙ торғас, кире инеп китте. Уның шым ғына: «Әсәй, бабайҙар килгән», – тигәне ҡолаҡҡа салынып ҡалды. Ул да булмай, урта ишектә имсәк балаһын күтәргән йәш кенә ҡатын күренде.

– Ә-ә, Мансур бабайыңдар бит, әйҙәгеҙ, үтегеҙ, – тине ул беҙгә асыҡ йылмайып һәм баланы артынан эйәреп сыҡҡан малайға тотторҙо ла газ плитәһе янында ҡайнаша башланы.

Беҙ сисенеп оло яҡҡа уҙҙыҡ. Унда иҙәнгә түшәлгән балаҫ өҫтөндә өс йәштәр самаһындағы малай уйнап ултыра ине. Ул беҙгә ятһыныбыраҡ ҡарап ултырҙы ла тағы ла уйынсыҡтарына йәбеште. Мин ингәс тә рамдарға ҡуйып эленгән стеналағы фотоларға иғтибар иттем. Кемгә генә инһәм дә, боронғо ла, яңыраҡ төшөрөлгән дә ошондай фотоһүрәттәрҙе байҡап сығырға тотона инем. Улар үҙҙәре өнһөҙ генә был ғаиләнең тарихын һөйләгән һымаҡ тойола ине.

Мансур йәнәшәмә баҫып, һәр фото менән таныштырып барҙы. Моңһоу ғына ҡарашлы урта йәштәрҙәге ҡатындың һүрәтенә күрһәтеп, ул:

– Быныһы – Йәмилә, Әхмәттең ҡатыны. Хәҙер мәрхүмә инде, – тине.

Икенсе бер фотола урталарына сабый бала алып ултырған әлеге килен менән мөһабәт кәүҙәле йәш кенә ир һүрәтләнгәйне. Мин уға күрһәтеп:

– Улымы, ҡайҙа эшләп йөрөй? – тип һораным.

– Улы... ул да ер ҡуйынында инде хәҙер, – тип шымыраҡ тауыш менән яуапланы Мансур.

Беҙ фотолар ҡараған арала килен кеше өҫтәл әҙерләп ҡуйғайны. Табынға ултырыуыбыҙға Әхмәт тә килеп инде.

– Мунсаны ла тоҡандырып ебәрҙем. Рәхәтләнеп ауыл мунсаһында йыуынырһығыҙ, – тине ул өҫтәл артына инә-инә.

– Һаман шул ҡара мунсаңмы әле? – тип һорай һалды Мансур.

–Төтөн еҫе һеңдереп тә сыҡмағас, ниндәй мунса инеү була ул? Ағында Ишембайыңа ҡайтҡас йыуынырһың, – тине Әхмәт көлөмһөрәй биреп.

Беҙ сәй эсә башлау менән иҙәндә уйнап ултырған малай, урынынан тороп, Әхмәт янына килде лә:

– Атай, мәмәй, – тип өҫтәлгә ҡулын һуҙҙы. Әхмәт һауыттан ҡағыҙлы кәнфит алып, малайға тотторҙо ла, арҡаһынан яратып ҡуйҙы.

Сәй эсеп алғас, диванға ҡунаҡлап, байтаҡ ҡына әңгәмә ҡороп ултырҙыҡ. Әхмәт урман эше туҡтатылғас, ауыл халҡының бөгөнгө көндә башлыса мал-тыуар аҫрап көн күреүен, үҙенең дә тиҫтәгә яҡын баш мал тотоуын әйтеп һалды.

– Был хөкүмәтте аңламаҫһың, төрлө закондар сығарып, ауыл кешеһенә аяҡ салырға әҙер генә торған һымаҡ, – тине ул. – Яңыраҡ ҡына малдарҙы тәғәйен бер урынға илтеп, шунда ғына һуйҙыртырға тейеш, тигәне сыҡты. Шунһыҙ баҙарға индермәйҙәр, йәнәһе. Бына мин тере малды алып барыу өсөн ҡайҙан йөк машинаһы табайым? Тапҡан хәлдә лә уларҙы машинаға тейәүе бер этлек. Унан килеп расхуды әллә күпме. Ит алтынға төшәсәк бит, шунан унда беҙҙең һымаҡ «Бисмилла»һын әйтеп, доғаһын уҡып һуялармы икән әле? Эсәк-фәләнен нишләтмәк кәрәк? Бигерәк тә йәйен кире алып ҡайтып еткереп йыуғансы, еҫләнеп бөтәсәк бит.

Әхмәттең әсенеп әйткәндәренә Мансур:

– Һеҙҙең иҫәптән кемдәрҙер кеҫә ҡалынайтырға уйлай инде. Бында ришүәтселеккә лә юл асыласағы көн кеүек асыҡ, – тип өҫтәп ҡуйҙы.

Ҡайын менән имән миндектәрен алмаштыра-алмаштыра сабынып, оҙаҡ ҡына мунса инеп сыҡтыҡ. Шунда бер арала Мансурҙан:

– Иптәшең ҡатынһыҙ йәшәйме ни инде хәҙер, ниңә берәйһен димләмәйһең? – тип һорап ҡуйҙым.

– Димләп алып биргәйнем дә ул... килеберәк сыҡманы. Ниңә икәнен үҙенән һөйләтербеҙ. Ят кешегә бик асылып бармаһа, тел асҡысы – минең сумкала, – тине күҙен ҡыҫып.

Беҙ мунсанан сыҡҡанда ҡараңғы ла төшә башлағайны. Артыбыҙса уҡ Әхмәт тә тиҙ генә йыуынып сыға һалды. Килен өҫтәлгә мул итеп табын әҙерләп ҡуйғайны. Беҙ ултырып бөтөү менән ул боҫо борҡоп торған бер табаҡ ит килтереп ҡуйып:

– Инде беҙ йыуынып сығайыҡ, – тип, балаларын алып мунсаға китеп барҙы.

Мансурҙың әйткәне раҫ килде. Уның: «Бына яҙыусы ағайыңа тормошоңдо һөйләп ебәр әле, атыу минән һоранып бер була», – тиеүенә тәүҙәрәк иптәше ыҡ-мыҡ итеберәк торғайны, ҡыҙмасараҡ булып алғас, теле үҙенән-үҙе асылды. Бына ниҙәр ишеттем мин уның ауыҙынан.

...Әхмәт бынан ун ике саҡрымда ятҡан, инде юҡҡа сыҡҡан ауылда тыуып үҫә. Шунда һигеҙ класты тамамлағас, урман хужалығына эшкә керә. Йәше еткәс, әрмелә лә булып ҡайта. Күршеләрендә генә йәшәгән Әсмә исемле ҡыҙға әйләнеп, матур ғына итеп донъя көтөп алып китәләр. Ләкин бәхеткә сумып, ҡыуанысҡа төрөнөп оҙаҡ йәшәргә яҙмай йәш ғаиләгә. Әсмә алты килоға яҡын бәһлеүән малай табып, күп ҡан юғалтыуҙан мандый алмай, үлеп ҡуя. Был хәл февраль айында юл өҙөлгән ваҡытҡа тап килеп, йәш әсәне дауаханаға илтә алмай ҡалалар. Бала өләсәһе тәрбиәһенә тороп ҡала. Заһирҙы һыйыр һөтө менән туйындыралар. «Барыбер балам имеп бөтмәй, һауып әрәм итәм», тип ҡаршыларында йәшәгән Зифа исемле ҡатын да ара-тирә имеҙгеләп китә. Ауырыу әсәһенә имсәк баланы ҡарауы ауырға төшә. Шуға ла Әхмәткә был эште күберәк үҙенә атҡарырға тура килә. Заһирға ярты йәш самаһы булғас, ҡәйнәһе: «Ҡоҙағыйҙың да рәте юҡ, ир кеше ир кеше инде ул, бала етемлекте тоймаһын», – тип икенсе ҡыҙын, ун алтыһы саҡ тулған Йәмиләне, Әхмәткә димләй. Әхмәт уны-быны уйлап тормай, балдыҙына өйләнеп ҡуя. Былай һәүетемсә генә йәшәп алып китәләр. Ҡан барыбер тарта, тиҙәр бит – былай ҙа кергеләп, сабыйҙы тәрбиәләшеп йөрөгән Йәмилә баланы үҙенекеләй күреп, бар булмышын уға бирә. Заһирҙың теле лә яңы әсәһенә ҡарап «әннә» тип асыла. Ләкин эскерһеҙлеге, мәрхәмәтлелеге баштан ашҡан, бала күңелле Йәмиләне Хоҙай бәпес табыуҙан мәхрүм иткән булып сыға. Күпме йәшәһәләр ҙә ҡатын ауырға ҡала алмай. Им-томсоларға ла, дауаханаға ла барып ҡарайҙар, ләкин файҙаһы теймәй. Бер күрәҙәсе әбей: «Юҡҡа өмөтләнеп, ваҡыт уҙғарып йөрөмә, бер улың бар бит инде, ҡыҫҡа ғына ғүмереңде шуны тәрбиәләүгә, кеше итеүгә арна», – тип ҡайтарғас, башҡа бер ергә лә бармаҫ булалар. Әбейҙең «ҡыҫҡа ғына ғүмереңде» тигәнен Йәмилә аңғармайыраҡ ҡалһа ла, ул Әхмәттең күңеленә һеңеп ҡалып, йөрәген өйкәштереп торор була.

Шулай йылдар үтә. Заһир ҙа аҡрынлап егет ҡорона инә. Петровскиҙа уҡып, тракторсы һөнәрен үҙләштерә. Әрмелә хеҙмәт итеп тә ҡайта. Аҙаҡ ул да урман хужалығында эшләй башлай. Айыуҙай таҙа кәүҙәле, бер күреүҙә ҡыҙҙарҙы ғашиҡ итерҙәй, матур йөҙлө егеткә ҡарап һоҡланмаған кеше ҡалмай. Бик күп ҡыҙҙар уны төштәрендә күреп һаташҡандыр, моғайын. Әммә Заһир Әминәне, бына ошо килендәрен, һайлай. Матур ғына итеп туй үткәрәләр. Әминә атайһыҙ ҡалып, әсәһе тәрбиәһендә генә үҫкән ҡыҙ була. Ҡоҙағыйҙары уны башлы-күҙле итеү менән өйөн һатып, күрше ауылдағы бер бабайға кейәүгә сығып китә. Оҙаҡ та үтмәй өйҙәренә оло ҡыуаныс килтереп, Әминә малай табып бирә. Килененән бигерәк Йәмилә ейәнен ҡулынан да төшөрмәй тиерлек.

Ошоларҙы һөйләп биргәс, Әхмәт һүҙенән туҡтап ҡалды. Шул арала ике балаһын эйәртеп, килене лә мунсанан ҡайтып керҙе һәм инеү менән бишектә йоҡлап ятҡан сабыйға ымлап:

– Нәркәс уянманымы? – тип һорай һалды.

– Юҡ, тауыш-тыны сыҡманы, – тине Әхмәт.

– Улайһа, мин бәләкәй яҡта ғына балаларҙы ашатып, йоҡларға һалайым, – тип Әминә малайҙарын эйәртеп сығып, урта ишекте ябып ҡуйҙы.

Әхмәт бер аҙ шым ултырғас ҡына һүҙ башланы:

– Шулай матур ғына йәшәп ята инек тә бит, Йәмилә ҡапыл ғына сирләп китте. Ат егеп балнисҡа сығарайым тигәйнем, малай: «Уның менән ҡасан барып етәһең, үҙем генә алып барам», – тип матайын тоҡандырҙы. Какырас ҡойма ямғыр яуып киткәйне, тәгәрмәсе тайып китеп, Ҡараташ аҫтына ҡолағандар... Бер көндө ҡатынымды ла, улымды ла ерләнем... – Был һүҙҙәрҙе әйткәндә Әхмәт нисектер шиңеп, бөршәйеп ҡалғандай күренде. Тауышы ла ҡалтырана биреп, ишетелер-ишетелмәҫлек кенә сыҡты. – Шунда донъям бөтөнләй емерелгәндәй тойолдо минең. Ул килен һыҡтай, уға күрһәтмәй генә мин илайым. Байтаҡ аңыбыҙға килә алмай бер булдыҡ. Әлдә йыуанысҡа ейәнем бар ине, ул булмаһа, нишләр инек икән, – тип һүҙен дауам итте Әхмәт. – Аҡрынлап күңел һыҙлауҙары баҫылды-баҫылыуын, әммә барыбер ҡанаты һынған ҡош хәлендә инек. Килен мине йәлләптер инде: «Берәй ҡатынды әйттереп ҡарамайһыңмы, ҡайным», – тип әйткеләп алғыланы-алыуын. Ә мин йәш кенә көйө яңғыҙ ғүмере үтә, тип, уны йәлләйем. Шулай ике йыл самаһы йәшәгәс, килен. «Ҡайным, анау Әхмәҙи һоратырға киләм, ти. Күңелем бик тартмаһа ла, шуға сығайым да ҡуяйыммы икән?» – тип кәңәш һорағандай итте. Мин, үҙең беләһең, тигәндәй, яурындарымды ғына һелкеттем. Холҡо самалы, инде бисә күрмәй ҡырҡты ҡыуалаған Әхмәҙиҙең Әминәгә бәйләнеп йөрөгәнен ишеткеләгәйнем инде. Киленде лә уға бирәһе, ейәнемде лә яндан бик ебәрәһе килмәй ине лә бит, нишләйһең инде. Үҙеңде генә ҡайғыртып йәшәп булмай. Аҙаҡ, белеүемсә, килен, беҙ булғанға өйләнмәй йөрөйҙөр, тип күңеле ятмаған кешегә кейәүгә сығырға ризалашҡан. Ысынлап та, яңғыҙлыҡтың үҙәктәргә үтерлек икәнен шул саҡ тойҙом. Инәһеҙ ҡалған ата ҡаҙҙай ҡайҙа һуғылырға белмәй йөрөгәндә...

– Бына был иптәш килеп керҙе һәм бик шәп бисә ҡоҙаланы, тип әйт, – тине шунда Мансур өй хужаһын бүлдереп.

– Бисә шәп ине лә ул, ләкин ҡала кешеһе төпкөл ауылда йәшәргә сыҙаманы, бер йылғала бармай, кире һыпыртты, – тине Әхмәт көлөмһөрәй биреп. – Тағы ла яңғыҙ ҡалдым инде, тигәндә, ейәнемде етәкләп, күҙе-башы күгәргән килен ҡайтып инде. «Холҡон күрһәтеп, тота ла йоҙроҡтарын йомарлай, етмәһә, балаға ҡул күтәрә башланы. Үҙенең бәүеле тотмай, унын һыҡраһын таҙартыуҙан тамам туйҙым», – тине ул яурыныма башын һалып илай-илай.

Киленемдең минең өсөн бик тә ҡәҙерле, яҡын кеше булыуын Әхмәҙи алып киткәс тә ныҡ тойғайным инде. Хәҙер ейәнем менән ҡайтып кергәс, өйөмә генә түгел, күңелемә нур инеп, яҡтырып киткәндәй булды. Килен дә тотҡондан ҡотолған ишеләй, осоп-ҡанатланып йөрөй башланы. Үҙемә лә дәрт-дарман инеп киткәнен тойҙом. Оят булһа ла әйтәйем инде, шайтан ҡоторттомо икән, ара-тирә киленгә ҡарап: «Их!» – тип тә алғылай инем. Бер ярты йыл самаһы үткәс, Әминә уйымды һиҙгәндәй: «Ҡайным, кеше барыбер бергә йәшәйҙәр икән, тиеберәк һөйләй, әллә ҡауышайыҡ та ҡуяйыҡмы», – тип хәбәр һалмаһынмы. Үҙе ҡып-ҡыҙыл булып, күҙҙәрен ҡайҙа ҡуйырға белмәй. Мин ни тиергә лә башыма килмәй, таш кеүек ҡаттым да ҡалдым. Йөрәк йәш егеттәрҙеке һымаҡ ашҡынып типһә лә, баламдың ҡатыны бит, тип үҙ-үҙемде тыйырға тырышам. Шулай ҙа сыҙаманым – Хоҙайҙан рөхсәт һорап, никах уҡытып ҡуйҙыҡ. Ауыл бөтә башлағас, бында өй һалып күсенеп килдек. Яҙмышыбыҙ шул булғандыр инде.

Әхмәт һөйләп бөткәндә төн уртаһы яҡынлашҡайны. Әминә Мансур менән икебеҙгә оло яҡта урын түшәй башланы. Әхмәт һөйләгәндәрҙе ишеткәс, ул минә хәҙер бөтөнләй икенсе кешеләй булып күренде. Үҙен күҙәткәнде һиҙгәндәй, ҡатын миңә боролоп, оялсан ҡарашын ташлап алды ла, эшен бөтөрөп, тиҙ генә бәләкәй яҡҡа сығып китте...

 

Автор:
Читайте нас: