Все новости
Общие статьи
23 Сентября 2022, 11:32

"Ватандаш"ты Новосибирск ҡалаһында ла уҡыйҙар

Журналға яҙылыусылар араһында уйнатылған бүләктәр араһында "Ағиҙел" берекмәһе етештергән милли стилдәге һандыҡты Новосибирск ҡалаһына оҙаттыҡ. Рәшиҙә Әхмәтгәрәева күп йылдар дауамында баҫмабыҙға яҙыла икән.

"Ватандаш"ты Новосибирск ҡалаһында ла уҡыйҙар
"Ватандаш"ты Новосибирск ҡалаһында ла уҡыйҙар

Рәшиҙә ханым алыҫ Себер тарафтарына күптән – 1961 йылда уҡ – сығып киткән. Новосибирск ҡалаһында төпләнеүенә инде алтмыш йыл уҙған. 

– 1964 йылда тормошҡа сыҡтым, 1966 йылда улыбыҙ тыуҙы, алты йылдан һуң ҡыҙыбыҙ донъяға килде, – тип хәтерләй ул. – Һөнәрем буйынса мин газ үткәреү буйынса ҡаҙанлыҡ ҡоролмалары операторы-лаборанты. Йәш сағымда тегенселәр курсын тамамланым, штукатур-маляр һөнәрен дә үҙләштерергә тура килде. Үҙгәртеп ҡороу башланғас, тап ошо һөнәрҙәр бик ярҙам итте, иң ауыр йылдарҙа ла эшһеҙ ултырманым – фатирҙарҙа ремонт эшләнем, заказ буйынса күлдәктәр тектем. Тормош иптәшем менән юлдарыбыҙ айырылғайны, бүтән ғаилә ҡорманым. Улым хәрби академия тамамланы, утлы нөтәләрҙә хеҙмәт итте. Әле уға 39 йәш, юрист булып эшләй. Ҡыҙым Новосибирск дәүләт университетын тамамланы, әле  һәйбәт эштә етәксе. Ике ейәнем, бер ейәнсәрем бар, иң бәләкәсебеҙгә – бүләремә – оҙаҡламай ике йәш тула. 

"Ватандаш" журналын ул тәүге тапҡыр  2002 йылда – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы уҙған мәлдә ҡулына алған. Шул мәлдән алып инде ике тиҫтә йыл "Ватандаш"тан айырылмай – йыл һайын яҙыла. Башҡортостан тарихына ҡағылышлы мәҡәләләр уҡырға ярата, шиғырҙар, донъя халыҡтары әҙәбиәтен үҙ итә. Йәштәр, күп балалы ғаиләләр тураһында күберәк материалдар булһа ине, тигән теләктә.

– Журнал хеҙмәткәрҙәренә яуаплы эштәрен намыҫлы башҡарғандары өсөн рәхмәтлемен. Һеҙҙең ярҙамығыҙ менән мин алыҫ Себерҙә тыуған Башҡортостанымдың йылыһын тойғандай булам, – ти тоғро яҙылыусыбыҙ.

Тиҙҙән 80 йәшен билдәләйәсәк Рәшиҙә апай әле лә төҫ ташламаған – йәш сырайлы, мөләйем һәм алсаҡ. Тормошҡа зарланмай йәшәй белгән кешеләр генә ғүмер көҙҙәрен шулай матур итеп ҡаршылайҙыр, моғайын. 

– Мин - хеҙмәт ветераны, пенсиям етеп тора, Аллаға шөкөр. Буш ваҡытымда театрға йөрөйөм, хорҙа йырлайым. Ейәндәремә бейәләй, шарфтар бәйләйем, йәш сағымда ла заказға свитер, шапкалар бәйләй инем. Иң мөһиме - тиҙерәк тыныс көндәр килһен, тип көн-төн теләйем.

Беҙ иһә Рәшиҙә апайға ныҡлы сәләмәтлек, балаларының һәм ейәндәренең изгелеген күреп йәшәүен теләйбеҙ. Бүләгебеҙ - аллы-гөллө һандыҡ төҫлө сағыу йылдарығыҙ күп булһын, күңел тыныслығында йәшәргә насип итһен!

 

 

"Ватандаш"ты Новосибирск ҡалаһында ла уҡыйҙар
"Ватандаш"ты Новосибирск ҡалаһында ла уҡыйҙар
"Ватандаш"ты Новосибирск ҡалаһында ла уҡыйҙар
Автор:Раиля Галеева
Читайте нас: