Все новости
Общие статьи
5 Сентября 2022, 15:59

Көҙҙән ултыртыла торған сәскәләр

Яҙын көндәр йылыныу менән тәүге сәскәләр баҡсаға күркәмлек бирһен, тиһәгеҙ, уларҙың ҡайһы берҙәрен көҙ көнө үк ултыртып ҡалдырығыҙ.

Көҙҙән ултыртыла торған сәскәләр
Көҙҙән ултыртыла торған сәскәләр

Күптәр һуғанбаштан үҫә торған сәскәләрҙе ҡулайыраҡ күрә: нәркәс, гиацинт, ләлә, крокустар ултырта. Сәскәләрҙең был төрҙәре яҡты урындарҙы ярата. Ултыртҡанда ваҡытын дөрөҫ һайларға кәрәк: тупраҡҡа ҡырау төшкәнсе бер ай ҡала (шунан ҡалһаң, сәскәләрҙең һәләк булыу ихтималы ҙур). Сентябрь башынан алып октябрь аҙағына тиклем ваҡыт бының өсөн иң ҡулай һанала.

Ҡышҡа кергәнсе ултыртып ҡалдырырға пиондар, иристар, дельфиниум, клематис, флокстар ҙа яҡшы. Уларҙы сентябрҙең беренсе көндәрендә ултырталар, яндарына рудбекия, лаванда, ромашка һәм гвоздика ла килешә, быларын инде шул уҡ айҙың икенсе ун көнлөгөндә ултыртырға ярай.

Лилиәләрҙең  өҫтөн тупраҡҡа туң төшөр алдынан берәй нәмә менән ҡаплап ҡуйыу яҡшы. Ҡыш алдынан ерҙе бер ни тиклем ҡаҙыштырып, ашламалап ҡуйыу кәрәк.

 

Автор:
Читайте нас: