Все новости
Общие статьи
2 Сентября 2022, 11:16

Ашығыу (шиғыр)

Ләйсән КӘШФИ

Ашығыу (шиғыр)
Ашығыу (шиғыр)

Тормош – ярыш,
Күҙҙәр-баштар тоноп,
Бәрелә-орола алға сабабыҙ.
Абынабыҙ, һөрлөгәбеҙ шунда,
Юғалтабыҙ, ниҙер табабыҙ.

Ашығабыҙ. Ваҡыт арттан ҡыуа,
Уйҙа ла юҡ намаҙ-ғибәҙәт.
Пенсияға сыҡҡас, килер, тибеҙ,
Беҙҙең холоҡҡа ят был ғәҙәт.


Ваҡыт семетәбеҙ аҡшамдан һуң –
Хәмер сәкәштерер табынға.
Йәстү ине. Тештәр ҡыҙа ғына,
Түңкәрәбеҙ тағы, тағы ла.


Заманы шул, тибеҙ. Аҡланабыҙ,
Хөкөм итмәй беҙҙе хөкүмәт.
Түрәләрҙең түрендә лә шул уҡ,
Дөрөҫ йәшәйбеҙҙер беҙ, тимәк.


Бер көн һөрлөгәбеҙ – түңкәрелеп,
Серек ағас кеүек ауабыҙ.
Иҫкә төшә Тәңре, доға, яҙмыш,
Күҙ алдында – Әҙәм-Һауабыҙ.


Иҫкә төшә Хоҙай, мендәр аҫҡа
Ҡыҫтырабыҙ Ҡөрьән сүрәһен.
...Һәйбәтләнгәс, гонаһ онотола,
«Күрәсәкте, – тибеҙ – күрәһең».


Сабабыҙ беҙ шайтан эйәрендә,
Тағы йөҙ ҡат ауыҙ бешкәнсе,
Ҡурғаш тауы ҡәҙәр гонаһ йыйып,
Тамуҡ ҡаҙанына төшкәнсе.

Автор:
Читайте нас: