Все новости
Общие статьи
31 Августа 2022, 15:50

Уҡытыусы тураһында шиғырҙар

Бында Белем көнө, уҡытыусылар тураһында шиғырҙар тупланған. 

Уҡытыусы тураһында шиғырҙар
Уҡытыусы тураһында шиғырҙар

Уҡытыусы булыу был тормошта
Бирелмәгәндер ул һәр кемгә,
Энә менән ҡойо ҡаҙған кеүек
Һәр көн өйрәтә ул белемгә.

Үҙе белгән асҡыс менән асып
Бала күңеленә керә ул,
Сабырлыҡ һәм түҙемлектәр менән
Төрлө фәндән белем бирә ул.

Уҡыусы балалар үҫеп етеп
Уңыштары булһа тормошта,
Иң ҙур бәхет уҡытыусы өсөн
Үҙе һайлап алған яҙмышта.

Уҡыусылар һәм ата-әсәләр
Оло рәхмәт һүҙе әйтәләр,
Байрамығыҙ менән һеҙҙе ҡотлап
Бар йөрәктән тәбрик итәләр!

(Фәүзиә Ҡотлогилдина )

***

Беренсе сентябрь. Бөгөн ғәжәп:
Урамдарҙа — шау-гөр, йәнлелек.
Ҡайҙа бар ул, ҡайһы илдә донъя
Күреп тора шундай йәмлене?!
 
Ал-ҡыҙыллы сәскә — сабыйҙарҙа,
Урамдарға сәскә һибелгән.
Көләс йөҙҙәр, шат тауыштар яңғырай,
Һәр бер бала ҡупшы кейенгән.
 
Ҡояш көлә. Көҙгө ҡояш көлә,
Ниндәй ғәзиз һары нурҙары!
Ҡотлай ҡояш Белем көнө менән
Ватанымдың ул һәм ҡыҙҙарын.
(Кәтибә Кинйәбулатова).
***
Һәр һүҙегеҙ
Миңә алтын булды, —
Һис бер килмәй
Сереү алтынға.
Улар яныр
Яҡты йондоҙ булып,
Юл күрһәтеп
Алға барырға.
Уҡытыусы —
Ниндәй гүзәл исем!
Кеше итеп
Һине әҙерләй.
Тормоштоң ул
Көрәшсеһе итә,
Кескенәнән
Һөйә, ҡәҙерләй.
(Рәми Ғарипов)
 
***

Көлтә-көлтә нур эркелә
Йөрәгемә -
Уҡытыусым, иҫкә төшһәң ,
Гелән генә -
Нур сәселә күңелдәргә
Йөҙҙәреңдән.
Һине һөйә күпме йөрәк—
Йөҙәрләгән!
Балаларға бүлеп биреп,
Йөрәгеңде.
Борсолаһың. ин беләһең
Кәрәгеңде.
Ер шары элеүле тора
Был йөрәктә.
Беҙгә лә уны элергә
Һин кәрәк тә!
Һинең менән бергә яна
Нисә йөрәк!
Ер шарын һаҡларға үҫә
Күпме терәк!
Күп янғанға , күп көйгәнгә
Туҙа йөрәк!
Ләкин беҙгә шундай йөрәк
Бик-бик кәрәк!
(Земфира Акбутина)
 
***
Мәктәптә кем һуң ҡаршылай
Йәйеп беҙгә киң ҡоласын?
Әйтерһең, ул ҡошсоҡтарын
Ҡурсалаусы бер ыласын?

Унан бер ҙә күҙ яҙҙырмай,
Күҙәтеп бар хәрәкәтен,
Һәр бала башлайҙыр шулай
Ҙур донъяға сәйәхәтен.

Кем етәкләй, артта ҡалһаң,
Йылмайып һуҙа ҡулдарын?
Беҙ тоябыҙ һәр ваҡыт та
Ҡыйын саҡтарҙа ул барын.

Өйрәтә һан-хәрефтәрҙе,
Серле асҡыс – шунда ул, ти.
Тырышлыҡ та, ныҡышлыҡ та
Иң кәрәге юлда ул, ти.

Уҡытыусым,
Балҡытыусым
Дүрт тарафҡа яҡты юлды,
Мин тойоп барамын һаман
Маҡсатыма алып барған
Һинең наҙлы, көслө ҡулды.
(Гөлназ Ҡотоева).
 
***
Урам буйлап килә шат балалар,
Ҡулдарында сәскә бәйләме.
Киләсәккә өмөт һәм ышаныс,
Уларҙы гел алға әйҙәне.

Тулҡынланыу сыҡҡан йөҙҙәренә,
Осҡонланып яна күҙҙәре.
Ғорур баҫып алға атлай улар,
Гөл-сәскәләр кеүек үҙҙәре.

Белем илдәренә сәйәхәткә,
Сыҡҡан улар, мәктәп – корабль.
Уҡытыусы – уның капитаны,
Маҡсат ҡуйып, алға ҡарай гел.

Оло байрам бөгөн илебеҙҙә,
Оло байрам - белем байрамы.
Изгелектәр юрап балаларға,
Һандуғастар таңда һайраны.
Белгәнеңде бер кем ала алмай,
Белем үҙе – еңеү байрағы!
(Рәйлә Наҙарғолова)
 
***
Уҡытыусым !
Ғәжәп оло мәғәнә
Ябай ғына ошо бер һүҙҙә !—
Ҡояш булып балҡый һинең исем,
Уҡыусыңдан ҡалған һәр эҙҙә...

Күктә кояш ,
Беҙҙең күңелдәрҙә —
Уҡытыусы — уның илсеһе.
Атай-Әсәй бүләк иткән илгә,
Телебеҙгә һөйөү димсеһе.

Хистәремде һүҙҙәр менән генә
Аңлатырға килмәҫ ҡулымдан,—
Рәхмәттәрем ләйсән булып яуһын
Һәр балҡыған эҙем-юлымдан.

Ғүмер буйы таянысым булып,
Кәңәш биреп миңә һәр эштә,
Уҡытыусым!—
Һуңғы һулышымда
Күҙ алдымда торор фәрештә.
(Зөфәр Вәлитов)
 
***
Мин белмәйем, ниндәй һүҙҙәр табып,
Бөйөклөктө һинең асырға?
Кешелекте яҡтылыҡҡа илткән -
Ул һин икәнһең дә асылда.

Уҡытыусым! Күктәр тарафынан
Бирелгәндер һиңә был һөнәр.
Әсәләргә генә хас изгелек,
Мәрхәмәтлек тулған был йөрәк.

«Балам!»- тип өҙөлгән Әсә кеүек,
Беҙҙең өсөн көйөп-янаһың.
Яҡты юлдар теләп оҙатаһың,
Оҙатҡандай Әсә балаһын.

Кисер беҙҙе, кисер, Уҡытыусым,
Сәстәреңә һалдыҡ көмөш ҡар.
Һис ваҡытһыҙ маңлайыңа ятҡан,
Һырҙарҙа ла беҙҙең ғәйеп бар...

...Мин белмәйем, ниндәй һүҙҙәр табып,
Бөйөклөктө һинең асырға.
Кешелекте яҡтылыҡҡа илткән -
Ул һин икәнһең дә асылда!
(Әлфидә Ҡансурина).
 
***
Уҡытыусы –
Һыу ҡойоусы
Гөл-сәскәләй үҫкән йөрәккә.
Хеҙмәт өсөн рәхмәт көтмәй
Һәм ҡыҙыҡмай исем-шөһрәткә.

Уҡытыусы –
Уҡ атыусы
Наҙанлыҡҡа, хурлыҡ, золомға.
Бейек үрҙәр яулаһаң да,
Маяҡ булып ҡала юлыңда.

Уҡытыусы –
Ҡот тотоусы
Тыуған ере, гәзиз илендә.
Ил бәхете, ил ҡеүәте –
Уҡытыусы биргән белемдә!
(Мөнир Иҡсанов)
 
***
Төн уртаһы – уның уты яна,
Ҡара таңдан аяҡ өҫтөндә,
Донъяһының эше ятып тора,
Бар күңеле – мәктәп эшендә.

Өйгә комиссия килмәҫ әле!
Оят булмаһын тик эш өсөн,
Ул тырыша теш-тырнағы менән,
Бар йөрәген биреп, бар көсөн!

Артыҡ маҡтауҙарға өмөт итмәй –
Ул өйрәнгән ҡарар үтәргә,
Нисек кенә яҡшы эшләһә лә,
Күтәрмәҫтәр уны күктәргә.

Йөктө өҫтәп-өҫтәп тейәһәң дә,
Сабыр һөйрәр күндәм эш аты,
Ул күтәргән йөккә лайыҡ итеп
Түләмәҫтәр хатта эш хаҡы.

Кеше балаһына янып-көйә,
Үҙ балаһы үҫә үҙаллы,
Ашарға ла ваҡыт тапмай ҡай саҡ,
Ләкин эшен эшләй – ул аңлы!

Мәғәнәһеҙ ҡағыҙ яҙа-яҙа,
Үҙ эшенә йәне атлыға,
Ләкин уның яҡты уй-хыялы
Инструкцияларға ҡаҡлыға.

Нисек кенә аяҡ салмаһындар,
Үҙ эшенә тоғро ул ҡала,
Йәшәү мәғәнәһе — балаларҙа,
Уның өсөн яҡын һәр бала.

Өйрәнгәнсә башты ғорур тотоп,
Сабыр йота сөсө-әсене,
Зарланырға уға рөхсәт итмәй
Уҡытыусы тигән исеме.

Фирүзә Абдуллина.
 
 
 
Автор:
Читайте нас: