Все новости
Общие статьи
21 Июля 2022, 15:17

Хәрәкәттә — бәрәкәт

Аллаһы тәғәлә тап иткән хәләлеңдең етешһеҙлектәренең яҡшы яҡтары ла бар икән ул. Бер ауылда ире эшкә бик һәлкәү, ҡатыны иһә өлгөр ғаиләне белә инем.

Хәрәкәттә — бәрәкәт
Хәрәкәттә — бәрәкәт

Тәү күргәндә хужабикә апай баҙ аҫтынан килеп сыҡты. Дөрөҫөрәге, башта баҙ аҫтынан иҙән таҡтаһына нимәлер һалынған туҫтаҡ сығып ултырҙы, унан бәрәңге һалынған тас ҡунаҡланы, шунан ғына иҙән таҡтаһына тотоноп сығып килгән апай башы күренде. Ул спортсылар таҫыллығы менән кәүҙәһен күтәреп, аяҡтарын иҙәнгә тартып алды!
Аҙаҡ асыҡланыуынса, бында баҫҡыс тигәнең бары һарай башына менгән ерҙә генә бар икән. Уныһы ла бесән ятҡан ҡыйыҡ аҫтына барып етмәй, апайға йәнә “подтяжка” эшләргә тура килә.
Ул ваҡыттан күп һыуҙар аҡты. Яңыраҡ улар хаҡында хәбәрҙәр килеп иреште. Ағай инде донъянан киткән, әммә 90 яғына ыңғайлаған теге апай һаман теремек, кәүҙәһе лә ҡыҙҙарҙыҡы кеүек һылыу... Баҙ аҫтынан да һаман баҫҡысһыҙ сыға икән.
Хәрәкәттә — бәрәкәт шул.
Гүзәл Ситдиҡова.

Автор:
Читайте нас: