Все новости
Общие статьи
20 Июля 2022, 19:31

ЙӘЙҒОР ТӨҪӨ ТУРАҺЫНДА

Ф.Ғөбәйҙуллина.

ЙӘЙҒОР ТӨҪӨ ТУРАҺЫНДА
ЙӘЙҒОР ТӨҪӨ ТУРАҺЫНДА

Өс туған апайым республика хәстәханаһында ята тигәнде ишетеү менән уның янына йүгерҙем. Иртәрәк барғанмын икән, ауырыу янына инеү сәғәте еткәнсе фойела көтөп ултырырға тура килде, шунда сәсен ыҡсым итеп төйнәгән бер ханымға иғтибар иттем. Тәрән моңһоу ҡара күҙҙәре йәлеп итте шикелле, һөйләшеп киттек. Апайҙың исеме Фәүзиә булып сыҡты. «Еҙнәңдең хәле бер ҙә шәптән түгел», — тип әйтеүе ҡыҙыҡ тойолдо, мин ҡалай ғына булһа ла апайға ете ят кеше бит әле, әммә бер аҙ уйлан­ғас, тап шулай тип әйтеүе башҡорт йолаһына тура килә лә һуң, тип ҡуйҙым. Апай икән апай, тимәк, уның йәмә­ ғәтенә һин «еҙнәй» тип әйтергә тейешһең. Ошо матур йолабыҙға ярашлы, ағайҙың ҡатыны «еңгәй» була. Ғөрөф- ғәҙәтте һаҡлаусы Фәүзиә апайға ихтирам менән ҡараным, хастахана юлында икенсе күргәндә инде яҡын кешеләй шаярта биреберәк өндәштем: «Апай, йөҙөңә нур ингән. Нимә, әллә еҙнәм арыуланамы?» Фәүзиә апай йылмайып баш ҡаҡты.

«Ох, еҙнәйҙе бик яратаһығыҙ! Ошо тойғоно һаҡлай белгән ғаиләләргә һәр саҡ һоҡланам. Мөхәббәт тураһында яҙған саҡта шундай кешеләр мине рухландыра», — тинем. Шул саҡ Фәүзиә апай күҙҙәрен ҙур асып ҡараны, етдиләнде. Ләкин бер нәмә тип тә яуап ҡайтарманы. Миңә был сәйер тойолдо. Өсөнсө тапҡыр осрашҡанда мин еҙнәй тураһында бер нәмә лә һорашманым, ләкин Фәүзиә апай һүҙҙе үҙе башланы. «Еҙнәңде алырға килдем. Ауыр мәле үтте. Хәҙер өйҙә дауаланырға мөмкин, тинеләр. Инде өҙмәйенсә гел тикшерелеп торорға ғына кәрәк. Үҙеңдең апайың ни хәлдә? Сығармайҙармы?» — тип һораны. «Ал­лаға шөкөр, арыуланыуға табан китте. Ҡырҙа йәшәйҙәр ине, күсенеп ҡайтыу мәшәҡәтле булдымы, ҡапыл ғына ауырыған да киткән бит. Еҙнәй үҙе килеп алырға тейеш, ҡасан сығарырҙарын уға әйтерҙәр». «Ваҡыт табып килеп йөрөүеңә рәхмәт инде, кешеләр ҡайсаҡ бер туғанының хәлен белешергә онота. Ижад менән шөғөлләнәм тинеңме әле, һылыуым? Улайһа, һиңә үткән ғүмер юлым тураһын­да һөйләйем әле. Минең яҙмыш һине рухландырырмы, юҡмы, белмәйем, әммә уйға һалмай ҡалмаҫ...» Уйландыр­ҙы апай бәйән иткәндәр, улай ғынамы һуң, ҡулға ҡәләм алырға мәжбүр итте. һөйләгәндәргә хилафлыҡ килтермәҫ өсөн, Фәүзиә апайҙың исеменән яҙам. Шулай дөрөҫөрәк булыр.

"Ситтән ҡарағанда, минең тормош юлым башҡаларҙыҡынан әллә ни айырылмай ҙа кеүек: кейәүгә сығыуыма өс тиҫтәнән күберәк ваҡыт үтеп киткән, минең өсөн өҙөлөп торған ирем, ике ҡыҙым һәм улым бар. Уларҙы ла башлы-күҙле иттек, шөкөр. Ҡыҫҡаһы, бөтөн ғаилә. Ләкин яҙмышымдың тетрәндергес биттәре барлығын белеүселәр ҙә бик әҙҙер. Кинйәбеҙҙе, Ғәфүрйән улымды, өйләндер­гәндән һуң, йәшлек йылдарыма йәнә ҡайтып әйләндем, бөтәһен дә барланым, бөтәһе тураһында ла уйландым һәм ғүмерем биттәрен бер епкә теҙеп бәйән итергә булдым. Мөхәббәт һәм айырылышыу ғазабын татыған кеше булараҡ, һеҙҙең менән дә уртаҡлашһам, бәлки, йәштәргә лә һабаҡ булыр.

Мәктәптә уҡыған йылдарҙа үҙемдән бер класс алда уҡыған Кәбир исемле егеткә ғишыҡ тоттом. Ул да миңә битараф түгел ине. Мәктәп йылдарында ул турала һөйлә­шергә, аңлашырға ҡыйманыҡ, ләкин дәрестәрҙән һуң йә тәнәфестә бер ҡарашып алыу һөйләшеүҙәрҙән дә ҡиммәтерәк ине. Мөхәббәт теле күҙҙә бит! Мин уны осратҡандан һуң һәр саҡ үҙемде ҡанатлы итеп тоям, уның да күҙендәге осҡондо күрәм, мине генә уйлағанын, янғанын һиҙә инем. Ошо бәхет түгелме ни? Әрмегә китер алдынан беҙ уның менән инде ысынлап та аңлаштыҡ, Кәбир үҙенең мине генә һөйөүен белдерҙе. Мин дә уны көтәсәгемде әйттем. Арта­бан институтҡа уҡырға индем. Бына шулай ай артынан ай уҙҙы, беҙ йыш хатлашып торҙоҡ. Ҡайһы бер көндәрҙә Кәбирҙән икешәр хат ала торғайным, һуңынан һөйгәнем офицерлыҡ юлын һайланы. Ҡайтҡан һайын өйләнеү тура­һында һүҙ ҡуҙғатһа ла, мин уҡыуҙы тамамламай тороп кейәүгә сыҡмаясағымды әйттем. «Уҡыуыңды бөт, мин һине көтәсәкмен. Беҙ һинең менән бик бәхетле буласаҡбыҙ!» — ул шулай тине. Мин уның ысынлап та көтәсәген белә инем.

Институтты бөткән йылды атай вафат булып ҡалды, әсәй ҡулында минән башҡа тағы ла ике һеңлем бар. Бына шулай туйға тип ҡайтҡан Кәбир йәнә хеҙмәт иткән урынына китергә мәжбүр булды. «Бер йылдан бер нимәгә ҡарамай туй яһарбыҙ, әҙер бул, йәнем!» «Вәғәҙәме — вәғәҙә!»

Тик икенсе йылды үҙенең хеҙмәт урынына бәйле ниндәйҙер сәбәп менән Кәбиремде ҡайтарманылар. Өлкән һеңлем институттың өсөнсө курсын тамамланы, бәләкәсе уҡырға инде. Хәҙер икеһе лә студент, аҡса эшләүсе кеше булараҡ, барыһына ла мин ярҙам итәм. Ике йылдан Кәбир ҡайтып төштө, был ваҡытта ҡаты ауырый башлаған әсәйем хәстәханала ята ине. Мин Кәбиргә быйыл туй булмаясағын әйттем. Ләкин ул ҡаты торҙо. «Бүтән мин көтә алмайым. Бөтә дуҫтарыма кәләш менән ҡайтасағымды әйт­тем. Улар әҙерләнеп көтөп тора. Беҙ һинең менән шулай килешкәйнек, һүҙеңдә тор!» «Беҙҙең дуҫлыҡ һигеҙ йыл дауам итте. Әгәр ҙә мине яратһаң, тағы ла әҙ генә көтөр­һөң, — тинем мин ҡәҙерле кешемә, — мин яҡындарымды ауыр мәлдә ҡалдырып китә алмайым...» Беҙҙең һөйләшеү оҙаҡ ҡына барҙы, барыбер бер һүҙгә килә алманыҡ. Ахыр Кәбир ишекте шарт ябып сығып китте, һәм мин шул уҡ аҙнала, йәғни ике көн үтеүгә, уның икенсе ҡыҙ менән никах уҡытҡанын ишеттем. Ғәҙилә исемле ҡыҙ менән таныштыр­ғандар, өйләндергәндәр.

Был хәбәрҙе ишеткәс үк Кәбирҙәргә йүгерҙем. Ул сыҡманы, һөйләшмәне. Тик туғаны аша ғына шулай тип әйтергә ҡушты: «Минең инде кәләшем бар, өйләнгәнмен», һәм кәләшен алып хеҙмәт иткән еренә китте. Мин үлеп терелдем. Ниндәй ғазап-һыҙланыуҙар аша үтеүемде бер кем дә аңлай алмаҫ, «һинһеҙ йәшәү юҡ, һине көтәсәкмен!» тигән кешенең һис белмәгән икенсе ҡыҙға өйләнеүе башыма һыйманы. Миңә ҡайсаҡ аҡылдан яҙыр­мын һымаҡ тойола ине. Хатта унан «Үкенәм, ҡауышайыҡ», тигән хат-хәбәр ҙә көттөм. Ғәфү итергә лә әҙер инем. Түҙ­мәнем, хат яҙып ебәрҙем. Юҡ, унан яуап килмәне. Ярты йылдан һуң арттан ҡалмай эйәреп йөрөгән Закир исемле кешегә кейәүгә сығырға мәжбүр булдым. Йәшәү мәғәнәһен юғалтҡайным ул саҡ. Унан ҡыҙыбыҙ донъяға килде, һиҙҙермәй генә ваҡыт үтә торҙо.

Бер саҡ Кәбирҙең ҡайт­ҡанын ишеттем. Йөрәк дарҫлап тибергә тотондо. Уларҙың балалары юҡлығын да белә инем. Мине күрер өсөн ҡайтманымы икән? Бер үҙе генә ҡайтҡан бит! Үкенәлер, күре­шергә ҡыйыулығы етмәйҙер... Ярата бит ул мине. Күпме көттө! Ҡыҙыулыҡ менән өйләнде лә баһа. Риза булһа, ҡыҙымды тотам да эйәреп китәм дә барам... Ҡайҙа саҡыра, шунда... Ул кәләшенә яратмай өйләнде — был минең ко­зырь. Етте, бүтәндәргә күп ярҙам иттем, үҙ яҙмышымды үҙем хәл итәм. Тик нисек күрешергә? Әллә ата-әсәһе тор­ған йортҡа барайым да ҡуяйыммы? Шундайыраҡ уйҙар килеп ҡуя күңелгә... Закирҙың да бит әле командировкаға киткән сағы. Был да осраҡлы хәл түгелдер... Ҡауышыуыбыҙға мин генә кәртә ҡуя килдем, хәҙер юҡ ул кәртә!

Бына шулай әҙерләнеп бөттөм тигәндә генә Закир ҡайтып төшмәһенме! Ҡосаҡ йәйеп, ауыҙ йырып миңә табан килә. «Ҡайһылай ҙа матурһың бөгөн! Минең ҡайтырҙы һиҙен­деңме әллә? Кил ҡосағыма, берҙән-берем, һағындым бит үҙеңде!» Мин бер нәмә лә әйтә алмай ауыҙымды асып торам. «Иң бәхетле көнөм — һине осратҡан көнөм», — тине ирем. һағая төштөм, был Кәбирҙең ҡайтҡанлығын белә лә, шуға ҡылана... «Ҡәһәр төшһөн ул көнгә, ул минең иң бәхетһеҙ көнөм, һин бит ни өсөн тормошҡа сығырға мәжбүр булғанымды беләһең». — Шулай тинем дә тегегә ҡарап тора бирәм. Ҡыуһа ҡыуыр, һуҡһа һуғыр. Йә үҙе сығып китер, бигерәк йәтеш булыр, өҙәм араны! Закир бер нәмә лә өндәшмәне, көйҙөрөп бер ҡарап алды ла сығып китте. Китергә йыйынған урындан мин дә туҡ­тап ҡалдым. «Ашыҡма, Фәүзиә, — тинем үҙемә, — һинең йәпһеҙ, йәмһеҙ ҡылығың арҡаһында Закирың менән бер- бер хәл булып ҡуйһа?.. Бәхетле, тыныс йәшәй алырһың­мы? Әле бит Кәбир менән дә аңлашмағанһығыҙ... Нимә эшләүең был!» Закир һуң ғына ҡайтты, ҡыҙын ярата, нимәлер һөй­ләй, башын күтәрмәй, миңә ҡарамай. Тик тауышы ҡалтырауынан ғына эстән ниҙәр кисергәнен һиҙә инем. Икебеҙ ике мөйөштә керпек ҡаҡмай төн сыҡтыҡ. Иртәгәһен яңы хәбәр килеп ишетелде: Кәбир яңғыҙы ҡайтмаған —ҡаты­ны менән бергә ҡайтҡан икән, тик тегеһе район үҙәгендә апаһы янында тотҡарланған, ә хәҙер ир менән ҡатын ҡайҙалыр ял итергә киткәндәр. Тағы ла бушҡа өмөтләнгәнмен... Юҡ, элекке мөхәббәтем минең өсөн ҡайтмаған.

Дөрләп ҡабынған хистәрҙе кире һүндерер өсөн көс кәрәк, ә хис бит бер тоҡанһа, үҙ ҡануны менән йәшәй башлай... «Беҙ ҡасан да булһа барыбер ҡауышасаҡбыҙ, һиңә лә, үҙемә лә оҙон ғүмер теләйем! Ҡартайғас булһа ла бергә буласаҡбыҙ!..» Бына ошо минең инаныуым ине. Тормош тағы ла үҙ яйы менән дауам итте. Икенсе ҡыҙыбыҙ, унан инде улыбыҙ тыуҙы. Кәбир бик һирәк ҡайтты тыуған яҡтарына. Хатта уның күңелемдә өмөт уятырлыҡ һүҙ ҙә әйткәне булды, ләкин ҡабаттан юҡҡа сыҡты. Йәш саҡта ла уның күңеле һәр саҡ ситкә тартылды. Беҙҙе бәхет алыҫ­та көтөп тора, Ҡаф тауҙарына китербеҙ, унда тормош ҡыҙығыраҡ һымаҡ, ти торғайны ул. Быны баштараҡ шаяртыу тип ҡабул иттем, ниәтенең ысын икәнен аңлағас, тыуған яҡ тойғоһо ҡайһы берәүҙәрҙә һуңыраҡ уяна, ҡара­шы үҙгәрер, тип уйлай торғайным. Көттөм. Юҡ, ҡарашы үҙгәрмәне. Егерме биш йыл хеҙмәт итеп, отставкаға сыҡ­ҡас та республикаға ҡайтманы. Питерҙы яҡын итте.

Бына күптән түгел кинйәбеҙ Ғәфүрйән өйләнде.

- Берүк бәхетле булығыҙ! — тинем улым менән киленде һөйөп.

Шул саҡта улым мине ҡосаҡлаған килеш һорай ҡуйҙы:

— Әсәй, ә нимә ул бәхет?

Бындай һорау көтмәгәйнем, аптырап киттем.

— Бик матур теләк әйттең, әсәй, сөнки һин уның нимә икәнен бик яҡшы беләһеңдер!

— һинең бәхетле булыуың — минең өсөн дә бәхет, тип әйтергә ашыҡтым.

—Улай ғына түгел, һеҙҙең иң бәхетле көнөгөҙ ҡасан булғанын мин бик яҡшы беләм. Атай менән осрашҡан көнөгөҙ, шулай бит?

Әле янымда баҫып торған иремә, ҡасандыр, һинең менән осрашҡан көн — иң бәхетһеҙ көнөм, тигәйнем бит. Улымдың ниндәй яуап көткәнен дә беләм. Нимә эшләргә белмәй баҙап ҡалдым, һиҙгер йөрәкле Закир ярҙамға килде. Ул, һәр саҡтағыса, тыныс ҡына яуапланы.

— Тәүге осрашыу ғына бәхетте әллә ни аңлатмайҙыр. Тәүге осрашыу өмөт кенә вәғәҙә итә бит. Ә бына үҙ балаң­ды ҡулға алыу — әсәй йәки атай итеп тойоу — был иҫ киткес оло бәхет!

Балаларҙың атаһын ҡеүәтләргә ашыҡтым:

— Был йәһәттән мин өс тапҡыр бәхетле!..

— һинән шул һүҙҙе ишетергә теләгәйнем, әсәй. Минең атай — ысын ир-егет! Беҙ бөтәбеҙ ҙә бәхетле!

Ғәфүрйән улым ни өсөн был турала һүҙ ҡуҙғатты һуң? Бер ни тиклем ваҡыт үткәс үҙе әйтте.

— Әсәй, комод эсендә бер төргәк хат таптым...

Бына нимә өсөн кәрәк булған теге ваҡыт «бәхет» һүҙе!

Үҙем ғәйепле, ни өсөн Кәбирҙең хаттарын һаҡларға кәрәк булды һуң? Хаттар төрөлгән ҡағыҙ тышына «Минең иң бәхетле көндәрем» тип яҙып та ҡуйғайным заманында... Нимә тип әйтәйем инде?

— Әсәй, мин уларҙы уҡыманым, яңылыш аңлай күрмә. Ләкин мин бит бала-саға түгел, былай ҙа аңланым инде... бәлки, һин, яратҡан кешең менән ҡауыша алмауың ҡалай ҡыҙғаныс, тип әйтеремде көтәһеңдер. Юҡ! Мин атайымды сикһеҙ яратам. Әлдә лә һин уға кейәүгә сыҡҡанһың. Әлдә лә тик ул ғына минең атайым!..

Ошо көндән һуң мин үҙемдә ниндәйҙер үҙгәрештәр һиҙҙем. Оҙаҡ уйландым. Үткән ғүмер, ғаилә, ҡорған донъя, балалар, ейән-ейәнсәрҙәр тураһында. Былар барыһы ла — минеке. Барыһы ла ғәзиз, ҡәҙерле. Береһен дә юғалтҡым килмәй ҙә баһа. Улар — ысынбарлыҡ, минең тормошом. Ә күңелдә йәшәгән, үлемһеҙ мөхәббәтем?.. Минеке инеме ул! Яныу-көйөүҙәр минеке ине, ләкин улар минекенә ҡарағанда хәҙер инде үткәндеке. Әле килеп Кәбир менән осрашһам, шул уҡ тойғоларҙы кисерер инемме! Шул уҡ булмаҫ ине. Мин инде үҙем дә шул уҡ түгел. Заман да. һәм мин үҙем өсөн йәнә бер хәҡиҡәтте асҡандай булдым: йылдар, юлдар бөтәһен дә үҙгәртә.

Үҙем ҡорған хыялый донъянан ысынбарлыҡҡа күсә башланым, буғай. Закирға ҡарата мөнәсәбәтем элеккесә түгел, хәҙер уға тормошомдоң үкенесе һәм хатаһы тип ытырғанып ҡарамайым шикелле. Был, бәлки, олоғайыу ғәләмәтелер... Хәйер, былай тип әйтеү үтә лә ябайлашты­рыу булыр ине. Закир ҡаты ауырып больницаға ингәндән һуң, күңелде шом баҫты — ҡапыл яңғыҙ ҡалыуҙан ҡурҡ­тым. Мин был кешенең сит түгел, ә үҙемә яҡын икәнен аңланым. Нимә был? Ғүмерлек мөхәббәтемдән баш тартыу, һыуыныумы? Ләкин Кәбир күҙ алдыма килгәндә мин әле лә ҡанатланып осам. Мин үҙемде иҫ киткес бәхетле, ҡай­ғыһыҙ, нур тулы күңел менән күрәм. Ә Закирға ҡарата әлеге борсолоу, хәүефләнеү, уны юғалтыуҙан ҡурҡыу ҡай­ҙан барлыҡҡа килде? Өйрәнгәнмендер. Ләкин был яратыу түгел бит. Ҡасандыр уға, мин бүтән берәүҙе лә ярата алмайым, тинем. Хатта мин-минлеккә барып: «һинең менән осрашҡан көн — ҡәһәрле көн», — тип тә ыскындырҙым. Ә хәҙер Закирҙы юғалтыуым иң ҡәһәрле көнөм булыуы ихтимал... Ҡасандыр ҡаты бәрелгәнем өсөн ғәфү үтенергә көс табырмын. Беләм, ирем, улай тип әйткәнеңде хәтерләмәйем, тип әйтәсәк, ләкин ул хәтерләй. Минең һүҙҙәрем бөтәшмәй торған яра һымаҡ, йәрәхәтте күрһәтмәй йәше­реү һис кенә лә уның уңалғанын аңлатмай, ихтимал, ул төптә, бик тәрәндә эренле шешкә лә әүерелгәндер. Минең өсөн ҡәҙерле кеше икәненә ышанһа, күңел яраһы бөтә­ шер, тиҙерәк һауығыр.

Сабыр төбө һары алтын, тиҙәр. Бәлки, Закирҙың сабыр йәнле булыуы мине лә күндәм булырға өйрәткәндер. Юғиһә бойомға ашмаҫ хыялдар, фантазия менән йәшәүҙе дауам итер инем. Тыуған яҡтарынан ҡырға сығып киткән Кәбирҙең — үҙ яҙмышы. Бәлки, Ғәҙиләһе ҡайтырға теләмәгәндер, уныһы миңә ҡараңғы. Яңғыҙ ҡыҙ балаһының кейәүе үҙ милләтенән булмауына үкенә, тиҙәр. Сит тарафта үкенерлек нәмәләр булалыр инде... Ләкин үҙе бит һәр саҡ ҡырға тартылды. Мин ғәзиз еремдән башҡа йәшәү­ ҙе күҙ алдына килтерә алманым, бәлки, шуға ла тыуған ерем йәшлек йәрем менән ҡауышыуға кәртә ҡуйғандыр? Ата-бабаларыңдың аҫыл һөйәге ятҡан атайсалыңдан ситкә китмә, тигәндер ул. Дөрөҫ, тыуған илдә лә үкенерлек нәмәләр булмай түгел. Шулай ҙа, шулай ҙа... Кәбир ситтә үткәрҙе ғүмерен, хатта ата-әсәһе лә уға шуның өсөн рәнйене. Атаһын һуңғы юлға оҙатҡанда ҡайта ла алманы. Мин әсәйемде, бейемемде ҡараным. Улар был донъянан минән риза булып үттеләр. Был яҙмышымдың минән риза булыуы түгелме? Юҡ, Кәбирҙе бер нәмәлә лә ғәйепләмәйем. Үткәндәр өсөн дә, бөгөнгөһө өсөн дә. Яҙмыш тигәндең ниндәй көскә эйә икәнен аңламағанмын, уға ҡаршы мин генә көрәшеп маташҡанмын. Уның ҡарауы, яҙмыш мине аңлаған булып сыҡты, яратҡан кешеләр менән солғаны. Хәҙер инде, балаларҙың балаларының йылы ҡарашын тойоп йәшәгән әсәй, өләсәй булараҡ, шулай тип әйтергә хаҡым барҙыр. Киләсәктең күҙенә тыныс ҡарай алам. Йәшлек мөхәббәте — иҫ киткес яҡты бер хис. Йәйғорҙоң ҡабатланмаҫ бер төҫө һымаҡ. Ҡабатлайым, йәшлектәге хис-кисереш — асмандың бер генә төҫө. Күңелдәге йәш Фәүзиә һәр саҡ Кәбирҙе көтөп ҡалыр. Ә бөгөнгө Фәүзиәгә килгәндә инде, уға бит ғүмер юлын Закир менән бергә үтергә насип булған.

Тормошомдо һәр саҡ йәнәшәмдә барған ошо кешенән тыш күҙ алдына килтерә аламмы?.. Йылдар үтеү менән күңел йәйғорона яңы төҫтәр-хистәр өҫтәлде. Ғаиләмә — иремә, балаларыма булған, эшемә, үҙемде уратҡан башҡа кешеләргә булған хәстәр, яуаплы­лыҡ һәм, әлбиттә, һөйөү менән. Улар бөгөнгө тормошомдоң асылын тәшкил итеүселәр. Бына шулай ҡабул итәм тулы төҫтәге йәйғорҙо. Ә бит тормош юғалтыуһыҙ ҙа булмай — нимәнәндер мәхрүм ҡалабыҙ, төшөнкөлөккә бирелеп, ғазап- әрнеүҙәр аша яңынан турайып баҫабыҙ, шундай көндәрҙең береһендә фәҡәт һиңә генә тәғәйенләнгән бүләк, тик һиңә генә яҙған өлөш усыңа килеп төшә... Тапҡандарыбыҙ хәйерлерәк булһын тиһәк, яҙмыш бүләк иткән кешеләребеҙҙе, яҡындарыбыҙҙы, йәғни тотош ғүмеребеҙҙе, баһалай белһәк ине".

Фәүзиә апай һөйләп бөткәндән һуң, мин уға тәү күргәндәй оҙаҡ ҡарап торҙом. Тамаҡҡа төйөр тығылды. «Нишләптер өнһөҙ ҡалдың, кәйефеңде ҡырмағанмындыр юҡ-бар хәбәрем менән?» — тип һораны апай борсолоу ҡатыш. Мин баш сайҡаным. «Ярар, китәйем мин, апайым көтәлер», — тинем көс-хәл менән. «Олоғая килә, сир ҙә йәбешергә тора. Апайың ни исемле?» «Исемеме?..» Мин ҡапыл тотлоҡтом. Фәүзиә апай көлөп ебәрҙе. «Был йәш­тәрҙең хәтере!.. Уға күп итеп сәләм әйт минән! Еҙнәң бирешмәһен, бөтәһе лә һәйбәт булыр». Баш ҡаҡтым, түбән ҡараған килеш үҙ юлым менән киттем. Апайымдың Ғәҙилә, ә еҙнәмдең Кәбир икәнен мин Фәүзиә апайға әйтә алманым. Уларҙың хастаханала ла, бүтән ерҙә лә осрашыуҙарын теләмәнем, уңалмаған йөрәк яраларын ҡуҙғытыуҙан ҡурҡтым. Әйтмәнем. Дөрөҫ эшләгәнмендер тип уйлайым.

Автор:
Читайте нас: