Все новости
Общие статьи
18 Июля 2022, 12:00

"Ватандаш"тың июль һаны донъя күрҙе!

"Ватандаш" журналының июль һанына күҙәтеү тәҡдим итәбеҙ.

"Ватандаш"тың июль һаны донъя күрҙе!
"Ватандаш"тың июль һаны донъя күрҙе!

"Йәмғиәт" блогында күренекле замандаштарыбыҙ - ғалим-политолог, партия, дәүләт, матбуғат һәм юғары мәктәп эшмәкәре Мансур Әйүпов һәм журналист, С.Юлаев ордены кавалеры Тәлғәт Сәғитовтың юбилейҙары уңайынан яҙылған мәҡәләләр урын алған. Иҡтисад фәндәре кандидаты Э.Зәйнетдинов Башҡортостан нефтенә арналған материалдар серияһында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан нефтселәр хаҡында бәйән итә. Чехияла йәшәүсе яҡташыбыҙ М.Годбодь һуғыш ветераны, партизан Вафа Әхмәҙуллин тураһында "Татр ҡаялары бөркөтө" тигән документаль повесть тәҡдим итә. Һарт ырыуы башҡортары тарихын тарих фәндәре кандидаты С.Хәмиҙуллин менән философия фәндәре кандидаты Р.Аҫылғужин яҡтырта.

"Фән" бүлегендә тарих фәндәре кандидаты М.Маннапов профессор, география фәндәре докторы  Айбулат Псәнчиндың тормош юлы һәм ғилми эшиәкәрлеге менән таныштыра. Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтына 100 йыл тулыуға арнап, филология фәндәре кандидаты  Г.Абдрафиҡова - башҡорт археографияһы, филология фәндәре докторы М.Нәҙерғолов башҡорт һүҙ сәнғәте тураһында мәҡәләләр тәҡдим итә. "Әҙәбиәт ғилеме" рубрикаһында филология фәндәре докторы Ғ.Ҡунафин мөғәллим-шағир Шәмсетдин Зәкиҙең поэтик мираҫы менән таныштыра. Филология фәндәре кандидаты Ф.Ғайсина, халыҡ ижадына байҡау яһап, риүәйәттәрҙә 1812 йылғы Ватан һуғышы хаҡында яңы мәғлүмәттәр килтерә. Мәшһүр шәхес Кирәй Мәргәндең тыуыуына  100 йыл тулыуға арналған мәҡәлә авторы - филология фәндәре кандидаты И.Янбаев.

"Әҙәбиәт" блогында яҙыусы, журналист, тәржемәсе Гөлсирә Ғиззәтуллина менән Н.Алсынбаев әңгәмә ҡора. Ошонда уҡ шағирә Дилә Булгакованың шиғырҙары, Айһылыу Йәғәфәровың "Аҙаштырған болан балаһы", Солтан Раевтың "Потоп" романдары урын алған. "Хәтер" рубрикаһында Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбайҙың - Рәйес Низамовҡа, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Ф.Ғөбәйҙуллинаның Динә Талхинаға арналған мәҡәләләре менән танышырға мөмкин.

 

Читайте нас: