Все новости
Общие статьи
27 Мая 2022, 09:05

ЙЫНАЗА (йолалар)

Йән биреү менән мәрхүмдең күҙҙәрен йомдорорға һәм эйәген бәйләргә кәрәк. Пәйғәмбәребеҙ, Әбү Сәләмәнең йортона ингәс, мәрхүмдең күҙҙәре асыҡ икәнен күреп, уларҙы йомдорған (Мөслим, Әбү Дауыт риүәйәт иттеләр). Шулай уҡ мәрхүмдең яҡындарына (туғандарына, дуҫтарына, күршеләренә) үлем тураһында хәбәр итеү мөһим.

ЙЫНАЗА (йолалар)
ЙЫНАЗА (йолалар)
Шәриғәтебеҙгә ярашлы, мәрхүмгә ҡарата мосолман өммәтенең төп дүрт бурысы бар: уны ғөсөлләндереү (йыуыу), кәфенгә төрөү, йыназа намаҙын уҡыу, дәфен итеү (күмеү).
 
Ғөсөл (мәрхүмде йыуыу)
Мәрхүмде йыуыу йолаһы ер йөҙөндәге тәүге кеше Әҙәмдең үлеменә барып тоташа: ул үлгәндән һуң, уны фәрештәләр йыуа. Ғалимдарҙың фекере буйынса, мәрхүмде йыуыу фарыз-кифәйә булып һанала, йәғни был ғәмәлде башҡармаған осраҡта был турала белгән мосолман өммәте гонаһлы була. Мәйеттең кәүҙәһен бер тапҡыр йыуыу  — фарыз (мотлаҡ), ә күберәк сөннәт булып һанала.
Хәнәфи мәҙһәбенә ярашлы, мәйетте йыуған ваҡытта уның кейемдәрен сисергә кәрәк. Мәйетте махсус таҡта өҫтөнә һалып йыуалар. Хәҙистәрҙә был таҡтаның ҡибла яғына нисек ҡарағаны тураһында әйтелмәй. Шуға күрә лә был осраҡта мәйетте йыуыу өсөн нисек уңайлы, таҡтаны шулай ҡуйырға мөмкин.
Мәйетте йыуған ваҡытта уға ҡарата бик һаҡ булырға кәрәк. Ғәйшә анабыҙ былай тип әйткән: «Үленең һөйәктәрен һындырыу тере кешенең һөйәктәрен һындырыуға тиң». Шулай уҡ мәйеттең ғәүрәт урыны (кендектән алып тубыҡҡа тиклем) сепрәк киҫәге менән ябылырға тейеш.
Мәйеткә тәүҙә тәһрәт эшләнә, әммә, ғәҙәти тәһрәттән айырмалы, ауыҙ һәм танау эсе йыуылмай. Унан һуң мәйетте һул яғына һалып, уның уң яғы йыуыла. Артабан, уны уң яғына һалып, кәүҙәһенең һул яғы йыуыла. Шунан һуң мәйетте бер аҙ ултырған хәлгә килтереберәк еңелсә генә уның эсенә баҫыла. Был иһә уның эсендә ҡалған нәжестәрҙе сығарыу өсөн эшләнә.
Ғөсөлләндереү өс тапҡыр башҡарыла: беренсе тапҡыр таҙа йылымыс һыу менән, икенсе тапҡыр таҙартыусы әйберҙәр менән, өсөнсө тапҡыр камфара менән.
Ир мәйетен тик ирҙәр, ә ҡатын мәйетен тик ҡатындар ғына йыуа ала.
 
Кәфенгә төрөү
Кәфенгә төрөү шәриғәттә фарыз-кифәйә (йәғни был ғәмәлде башҡармаған осраҡта был турала белгән мосолман өммәте гонаһлы була) булып һанала. Мәйетте аҡ төҫтәге кәфенгә төрөү йолаһы пәйғәмбәрҙҙең түбәндәге һүҙҙәренә барып тоташа: «Аҡ төҫтәге кейем кейегеҙ, был иһә һеҙҙең иң матур кейемдәрегеҙ, һәм шулай уҡ уға үҙегеҙҙең мәрхүмдәрегеҙҙе төрөгөҙ». 
Шулай уҡ пәйғәмбәребеҙ: «Аллаһ ҡаршыһындағы иң һөйөклө кейем — аҡ төҫтәге кейем. Уны тереләр кейһен, һәм уға үлеләрегеҙҙе төрөгөҙ», — тип әйткән.
Кәфен өс ҡаттан тора: изар (туҡыма мәйеттән оҙонораҡ), рида (туҡыма мәйет оҙонлоғонда), ҡамис (яурындан алып аяҡтарҙы ҡаплаған күлдәк формаһында). Ҡатын-ҡыҙ мәйете биш ҡат кәфенгә төрөлә. Үрҙә телгә алған өс ҡат кәфен йәйелгәс, уның өҫтөнә йыуылған мәйет һалына һәм төрөлә.
 
Дәфен итеү (күмеү)
Кәфенгә төргәндән һуң мәйетте ҡәбергә алып барыу өсөн махсус таҡтаға (носилкаға) һалалар. Хәнәфи мәҙһәбенә ярашлы, был таҡтаны дүрт яҡтан дүрт кеше күтәреп бара. Өйҙән сыҡҡан ваҡытта дүрт кеше өсөн урын тар булһа, был осраҡта ике кеше лә мәйетте алып сыға ала. Мәйетте ҡәбергә алып барғанда уның баш яғы алға табан йүнәлгән булырға тейеш. Кешеләр мәйеттең артынан бара. Ҡатын-ҡыҙ мәрхүмде оҙатырға бармай. Пәйғәмбәребеҙ ҡатын-ҡыҙҙарға: «Өйҙәрегеҙгә ҡайтығыҙ, бының өсөн һеҙ сауап алырһығыҙ», — тигән.
 
Йыназа намаҙын уҡыу
Йыназа намаҙы һәр мосолман булып үлгән кешегә ҡарата уҡыла. Йыназа намаҙы зыяраттың тышында башҡарыла. Был намаҙҙа ошо ауылда йә яҡында йәшәгән барлыҡ мосолман өммәте ҡатнаша. Йыш ҡына беҙ ҡәбер ҡаҙышырға килгән бик күп ирҙәрҙең намаҙҙа ҡатнашмауын күҙәтәбеҙ. Шуға күрә лә имам кеше алдан уҡ халыҡҡа йыназа намаҙының әһәмиәтен аңлатырға тейеш. Шулай уҡ ҡәбергә бара торған кешеләргә алдан уҡ тәһрәтләнергә кәрәклеген дә аңлатыу мөһим.
Мәйет йөҙө менән ҡибла яғына (башы көнбайышҡа табан) ҡаратып һалына. Имам кеше уның кәүҙәһенең уртаһына (мәйет ҡатын-ҡыҙ булған хәлдә уның күкрәк тәңгәленә) баҫа. Имам артынан ҡалған кешеләр баҫа. Йыназа намаҙының тәртибе түбәндәгесә:
— Имам «Аллаһу әкбәр» — тип тәҡбир әйтелә.
— «Ҫәнә» доғаһы уҡыла: «Сүбхәнәкәаллаһүммә үә бихәмдикә үә тәбәрәкәссмүкә үә тәғәлә жәддүкә үә лә иләһә ғайрүк».
— Тағы ла «Аллаһу әкбәр» — тип тәҡбир әйтелә.
— «Салауат» доғаһы уҡыла: «Аллаһүммә салли ғәлә мүхәммәдин үә ғәлә әли мүхәммәд кәмә салләйтә ғәлә ибраһимә үә ғәлә әли ибраһим. Иннәкә хәмидүммәжид. Аллаһүммә бәрик ғәлә мүхәммәдин үә ғәлә әли мүхәммәд кәмә бәрәктә ғәлә ибраһимә үә ғәлә әли ибраһим. Иннәкә хәмидүммәжид».
— «Аллаһу әкбәр» — тип тәҡбир әйтелә.
— «Истиғфәр» доғаһы уҡыла: «Аллаһүммә-ғфирли хәййинә үә мәййитинә үә сағыринә үә кәбиринә үә ҙәкәринә үә үнҫәнә үә шәһидинә үә ғаибинә. Аллаһүммә, мән әхйәйтәһү миннә,  фәәхйиһи ғәләл исләм, үә мән тәүәффәйтәһү миннә фә тәүәффәһү ғәләл имән».
 «Аллаһу әкбәр» — тип тәкбир әйтелә һәм «Әс-сәләмүғәләйкүм үә рәхмәтуллаһи үә бәрәкәтүһү» — тип ике яҡҡа сәләм бирелә.
 
Дәфен итеү (ерләү)
Хәнәфи мәҙһәбе буйынса, ҡәберҙә ләхет (ҡибла яғына соҡор) эшләү сөннәт ғәмәл һанала. Ҡомло урындарҙа, әгәр ҙә ләхет эшләп булмай икән, шәҡҡ (соҡорҙо ҡәберҙең аҫтына табан)эшләү рөхсәт ителә. Мәйет ҡәбергә ҡибла яғынан төшөрөлә һәм ләхеткә һалына. Әбү Хәнифә мәҙһәбенә ярашлы, мәйетте урынлаштырыу өсөн ҡәбергә нисә кеше төшһә лә ярай, әммә уларҙың мосолман булыуы шарт.
Мәйетте ләхеткә һалған ваҡытта «Бисмилләһир-рахмәнир-рәхим» йә «Бисмилләһи үә фи сәбилилләһи үә ғәлә милләти расүлилләһи» тигән һүҙҙәр әйтелә.
Ҡәберҙең өҫтө ярым түңәрәк итеп эшләнә, уның өҫтөнә таш плиталар, фоторәсемдәр ҡуйырға ярамай. Шулай уҡ уның өҫтөнә ултырыу һәм нимәлер төҙөү динебеҙҙә тыйыла. Был турала пәйғәмбәр былай тип әйткән: «Ҡәберҙәргә таш плиталар ҡуймағыҙ, уның өҫтөнә бер нәмә лә төҙөмәгеҙ, өҫтөндә ултырмағыҙ, яҙыуҙар яҙмағыҙ».
 
«Китәб әл-жәнәзә үә әл-истифәдә мин һәҙә» китабы буйынса.
Автор:
Читайте нас: