Все новости
Общие статьи
24 Мая 2022, 10:54

"Татыу ғаилә" күмәстәре

Гөлгөнә Байегетованан "Татыу ғаилә" күмәстәре "Как пух" тигән рецепт менән интернет киңлегендә күптәнән йөрөй. Ысынлап та, мамыҡ кеүек ныҡ ҡабарып, йомшаҡ ҡына булып бешәләр.

"Татыу ғаилә" күмәстәре
"Татыу ғаилә" күмәстәре

Кәрәк була: 500 г кефир (3.2%),  1 стакан көнбағыш майы (200 г),  1 сәй ҡалағы йәки бер пакетик (11 г.) ҡоро сүпрә (сухие дрожжи), 1 сәй ҡалағы тоҙ, 2 аш ҡалағы шәкәр ҡомо, 6 стакан он.

Ошоларҙан тап-таман ғына йомшаҡ ҡамыр килеп сыҡты. Кефир менән көнбағыш майын ҡушып, газда әҙерәк йылытып алырға, тоҙ һәм шәкәр ҡомо ҡушырға. Иләнгән онға ҡоро сүпрәне өҫтәп, кефирлы шыйыҡсаға һалып ҡамыр баҫырға, өҫтөн целлофан менән ҡаплап, ярты сәғәт самаһы ваҡытҡа йылы урынға ҡабартырға ҡуйырға. Әгәр ҙә әллә ни ҡабармаған кеүек тойолһа, табаға күмәстәрҙе эшләп ҡуйып өҫтөн ҡаплап торғандан һуң да бик яҡшы ҡабара.

Табалағы ҡабарған күмәстәр өҫтөнә бер йомортҡаны һытып, кисточка менән һөртөп сыҡһағыҙ, бешкән тәмлекәстәр матур ҡыҙғылт төҫлө була. Эслегенә ит турағыс аша үткәрелгән күрәгә менән алма, лимон джемы һалырға мөмкин. Ҡыҙыу мейестә (180 - 200°) тиҙ генә бешеп сығалар, өҫтәре матур төҫ алып ҡыҙарғас та алырға.

Был ҡамыр үҙенә күрә универсаль да, һәр төрлө ҡамыр аштарына бара: пицца, бәлештәр, пирожки, булочкалар әҙерләргә була. Теләк буйынса шәкәрҙе күберәк өҫтәргә һәм иретелгән маргарин йәки май ҡушырға. 

Автор:
Читайте нас: