Все новости
Общие статьи
19 Мая 2022, 15:16

ЯҪТЫҠ СӘЙ (иҫтәлектәр)

Пакетлы сәйҙәр сығара башланылар бер мәл. Хәтерегеҙҙәлер һеҙҙең дә. Бөгөнгөләй иҫемдә - 1978 йылдың башы ине. Магазинға сәй алып килделәр. Йәшел ҡумталы ине. Эсендәге сәйе бик сәйер шулҡылдай. Һелкеп ҡараһаң, ҡумта эсендә сәй әллә улай-былай шылып йөрөй инде...

ЯҪТЫҠ СӘЙ (иҫтәлектәр)
ЯҪТЫҠ СӘЙ (иҫтәлектәр)
 Бик рыя ғына ала башланы ҡатындар сәйҙе. Ҡумтаһы ла йоҡа ғына бит әле, ҡурғашы ла юҡ.
Алдыҡ, ярай. Ә ҡалайтып эсергә был сәйҙе - белмәйбеҙ. Теге сәйҙәрҙе бит ус тултырып алаһың, сәйгүнгә һалаһың. Таҡта сәй булһа, бүлеп, һындырып алаһың да һалаһың. Күпме һалһаң, һәйбәт сыға - самаһы күптән билдәле. Ә был ни - ҡағыҙ эсендә. "Яҫтыҡ сәй" тип исем ҡуштылар, теге яҫтыҡ кәнфит, тигәндәй. Нисә "яҫтыҡ"ты йыртып, эсендәге сәйен бушатырға икән? Кем белһен?
Белделәр барыбер. Сәхибә тигән инәйҙең Пласта йәшәгән ҡыҙы өйрәткән әсәһенә. Был яҫтыҡ сәйҙәрҙе ҡағыҙлы көйө һалалар икән дә баһа сәйгүнгә!
- Ыста... Ҡағыҙ сайып эсеп ултырсәле. Ҡайһы алйотоноң башы еткән икән?
Сит ил "алйоттары" уйлап сығарған икән яҫтыҡ сәйҙәрҙе. Үҙҙәрендә күптән шулай сығарғалар икән.
Беҙҙең ауылдан ике егет Болгарияға туристик путевка менән барғайнылар, шуларҙың береһе һөйләне:
- Стаканға ҡайнар һыу ҡойоп бирҙеләр. Ҡағыҙға төрөлгән сәйҙе... йыртып, стаканға ҡаҡты ла болғай башланым. Мин "бында штоты ни так" тип кешене ҡарайым. Баҡтиһәң, сәйҙең ебен стакандың тышында ҡалдырып, пакетын ғына ҡайнар һыуға төшөрәһең икән...
Үәәәй... Бына һиңә яҫтыҡ сәй.
Таңһылыу Вәлиева.
 
Автор:
Читайте нас: