Все новости

Ҡуҙғалаҡтан бәлеш

Ҡуҙғалаҡтан бәлеш бешерҙем әле,ҡыҙҙар! Бисмилламды әйтеп, ҡамырҙы маҡтай-маҡтай баҫып, мейесемде көйҙөрөп ҡуймаҫҡа өгөтләп) Бәлешем хәтәр тәмле килеп сыҡты. Ә ҡамыры һуң!!! Йомшаҡ ҡына, татлы, ашаған һайын ашағы килә! 

Ҡуҙғалаҡтан бәлеш
Ҡуҙғалаҡтан бәлеш

Шулай итеп, тәмлекәсемде бешереү сере менән бүлешәйем әле. Башта ярты стакан йылы һыуға бер ҡалаҡ ҡоро сүпрә, бер балғалаҡ шәкәр һалып күпертергә ултырттым. Ул арала 3 стакан онға семтем тоҙ, бер ҡап йомшарған аҡ майҙы (бүлмә темп-да) ҡушып ыуҙым.

(Бер ус тирәһендәйен айырым тәрилкәгә һалып ҡалдырҙым. Ул беҙгә аҙаҡ кәрәк буласаҡ.) 

Шунан матур булып күпергән сүпрәне ҡойоп ҡамыр баҫтым. Он аҙыраҡ булды, шуға тағын бер стакан өҫтәнем әле. Әҙер ҡамырҙы шыптыр эсенә һалып ярты сәғәткә ситкә алып ҡуйҙым. Инде ҡуҙғалаҡтан эслек әҙерләһәк тә була. Ҡуҙғалағым күп ине, ярты кило булғандыр ул. Оҙонсалап тураным да, бер стакан тирәһе шәкәр һалдым. Кемгә нисек оҡшай инде, бәлки һеҙ шәкәрен аҙ һалырға теләйһегеҙҙер, мәйелегеҙ. Ҡуҙғалаҡты саҡ ҡына һуты сыҡҡансы ыуҙым, шулайтһаң йомшаҡ була. 

Хәҙер иң күңелле мәл етте, ҡамырҙы икегә бүлеп ҙурыраҡ өлөшөн йәйҙем дә, бер аш ҡалағы крахмалды бәләкәс иләккә һалып һибеп сыҡтым. Был беҙгә ҡуҙғалаҡтың һуты бәлештән ағып сыҡмаһын өсөн кәрәк! Инде эслеген һалырға ла, өҫтөнә ҡалған ҡамырҙы йәйеп, ситтәрен бөгөргә генә ҡалды. Бәлештең өҫтө ҡабармаһын өсөн тишеп сығырға онотмағыҙ. Ә! Иҫләйһегеҙме, ситкә алып ҡуйған майлы-ҡамырлы ҡатнашманы? Шуға хәҙер бер балғалаҡ шәкәр һалып бутайбыҙ ҙа, бәлештең өҫтөнә һибеп эҫе мейескә бешерергә ҡуябыҙ. 35 минуттан хуш еҫле, татлы бәлеш өҫтәлгә менеп ҡунаҡлаясаҡ!!! Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын, әхирәттәр!!!

Гөлназ Ишемғолова. 

Ҡуҙғалаҡтан бәлеш
Ҡуҙғалаҡтан бәлеш
Автор:
Читайте нас: