Все новости
Общие статьи
5 Мая 2022, 13:48

Ҡуҙғалаҡ байрамы - башҡорт йолаларының береһе

Башҡорттарҙа туҡланыу-ризыҡланыуға бәйле "Ҡуҙғалаҡ байрамы" тигән йола йәшәп килгән. Исеменән үк аңлашылыуынса, ул яҙ көнө, ҡуҙғалаҡ сыҡҡас уҙғарылған.

Ҡуҙғалаҡ байрамы - башҡорт йолаларының береһе
Ҡуҙғалаҡ байрамы - башҡорт йолаларының береһе

Әммә был байрамды ҡырға ҡуҙғалаҡ ашар өсөн сығыу тип кенә, ябайлаштырып аңларға ярамай. Ул да халыҡтың тәбиғәт эйәләренә, хозай тәғәләгә ҡышты имен-аман үткәндәре, ризыҡлы язға килеп еткәндәре өсөн ҡыуаныс һәм рәхмәт йөҙө күрһәтеү. Шуға ла бында ҡорбан салғандар, уйын-көлкө, төрлө бәйгеләр үткәргәндәр. Әлбиттә, иң тәү ризыҡ ҡуҙғалаҡ булған. Уны сей көйөнсә лә ашағандар, бутҡа итеп тә бешергәндәр. Витаминға һыуһаған яҙғы организм өсөн уның файҙаһы бигерәк ҙур булған.

 

Ҡуҙғалаҡты беренсе башлап ҡапҡанда: "Мин киләмен - ауыҙың ас, мин киләмен - зәңге, ҡас!" - тигәндәр. Бында боронғо халыҡтың һүҙ магияһына ышаныуы, тәбиғәтте тере итеп ҡабул итеүе сағыла. "Мин киләмен - ауыҙың ас!"- ти ҡуҙғалаҡ, йәғни "туйындырам, әҙер бул!" - тип әйтеүе иһә, ғәмәлдә, цинга ауырыуын ҡыуалау ул. Ҡуҙғалаҡта был сиргә ҡаршы тороусы дарыу-витаминдар булыуын белгән боронғо халыҡ.

Автор:
Читайте нас: