Все новости
Общие статьи
2 Мая 2022, 11:00

ҠЫҘЫЛ ЭРЕМСЕК

 Борон-борондан килгән тәмле лә, файҙалы ла ризығыбыҙҙы әҙерләү серҙәре менән Заһира Вәли ҡыҙы Ишемғолова бүлешә:

ҠЫҘЫЛ ЭРЕМСЕК
ҠЫҘЫЛ ЭРЕМСЕК

Ҡыҙыл эремсекте эшләр өсөн айыртылған һөттө ҡаҙандың йәки кәстрүлдең эсен майлап ҡойорға кәрәк (йәбешмәһен өсөн).

10 литр айыртылған һөткә туғып-туғып бер литр ҡатыҡ һалып болғатабыҙ. Ҡайнар хәлгә етһә, ике-өс литр айран ҡойоп болғатып ебәрәбеҙ. Айран - ул май бешкәндә айырылып сыҡҡан масса була. Ҡайнап аҡ эремсек килеп сыға, ошо массаны ҡутарып алып ҡаҙанды йәки кәстрүлде йыуып төбөн яңынан майлап, эремсегебеҙҙең һыуын кәметә биреп, кире ҡойоп тағы ла болғата-болғата ҡайнатабыҙ.

Шуға өс йомортҡа,  бер балғалаҡ аш содаһы, ике аш ҡалағы шәкәр (һалһаң тиҙерәк һарғайып ҡыҙыл эремсеккә әйләнә) өҫтәп, тағы ла талғын утта ҡайнатабыҙ.
Был тиҙ генә эшләнә торған ризыҡ төрө түгел, уны оҙаҡ итеп (ете-һигеҙ сәғәт) ҡайнатырға кәрәк.

Оҙаҡ ҡайнағанға ла ул оҙаҡ һаҡлана, төрлө шарттарҙа ла үҙ сифатын һәм тәмен юғалтмай.
Оҙаҡ ҡайнап ҡыҙғылт төҫкә инеп, һыуы кәмегәс, уны һөҙгөс аша ныҡ итеп һарҡытырға, әҙерәк киптерә биреп, ит турағыс аша үткәрәбеҙ, йә блендер менән ваҡларға ла була. Шунан тәмле май, самалап (кемгә нисек оҡшай) шәкәр һалып бутап, йомғаҡтарға йомарлап алабыҙ.

😋Бик тәмле эремсек килеп сыға. 

Элек эремсекте эшләгәндә йомортҡаға сода ҡушмай, тағы ла оҙағыраҡ итеп һарғайғансы ҡайнатҡандар.

Автор:
Читайте нас: