Все новости
Общие статьи
30 Апреля 2022, 10:00

Ҡоймаҡ - табын күрке

Иртәгә - Ураҙа ғәйете. Был көндө өйҙә таба еҫе сығарыу фарыз. Гөлназ Ишемғолова рецебы буйынса бешерһәгеҙ, күҙләнеп кенә бешкән ҡоймаҡ еҫенән өйөгөҙ йылынып китер. Ваҡытты күп алмай, тәмле, тишекле генә булып бешә.

Ҡоймаҡ - табын күрке
Ҡоймаҡ - табын күрке

Бер йомортканы ярты сәй ҡалағы тоҙ, ике сәй ҡалағы шәкәр менән туғырға (миксер менән эшләйем). Шунан ярты литр кефир (ҡатыҡ) ҡойоп бутарға. Аҙак бер стакан ҡайнар һыуға (әле генә ҡайнап сыҡҡан) ярты сәй ҡалағы соданы һалам да, кефир өҫтөнә ҡоям. Шунан самалап он, көнбағыш майы, ике аш ҡалағы манный ярмаһы һалып туғыйым. Бешереп ҡарағыҙ, һеҙгә лә оҡшаясаҡ!



Автор:
Читайте нас: