Все новости
Общие статьи
29 Апреля 2022, 11:23

Күбекмай – шифалы тәғәм

Борондан мал көсө менән йәшәгән халҡыбыҙға хас булған аҙыҡ-түлектәр араһында һөт ризыҡтары ҙур урын биләй. Милли ризығыбыҙ күбекмай –  шифалы тәғәм. Ашҡаҙаны ауыртҡан, ашауҙан яҙған кешегә ул айырыуса файҙалы, май айында эшләнгәне бигерәк тә шифалы була. 

Күбекмай –  шифалы тәғәм
Күбекмай – шифалы тәғәм

Аҡ майҙы бешеү өсөн 15 литр һөттән ойотҡан (ҡатыҡ) яһайбыҙ. Алдан әҙерләнгән бер литр ҡаймаҡҡа ике ҡалаҡ ойотҡан туғып, 10 сәғәт тирәһе ултыртып ҡуябыҙ. Ҡаймаҡты болғатып торорға ла мөмкин, ул әсерәк булырға тейеш. Артабан алдан әҙерләнгән ойотҡанды ағас көбөгә ҡойоп, бер аҙ туғыйбыҙ. Әҙер массаға ҡаймаҡты ағыҙабыҙ ҙа бешкәк менән болғатабыҙ. Майҙы килтереп сығарыу бик оҙаҡ ваҡытты ала, шуға күрә уны эшләүҙә бер нисә кешенең ҡатнашыуы кәрәк, йәғни эш алмашлап башҡарыла. Аҡ май төшә башлаһа, ул көбө ситенә йәбешеп йомарлана. Шул саҡта хужабикәнең тиҙерәк төшөрөү өсөн тағы ла нығыраҡ туғыуы талап ителә. Артабан, килеп сыҡҡан ҡатнашманы айрандан айырып, махсус һауытҡа һалабыҙ.
Ашҡаҙаны ауыртҡан кешегә аҡ май ашау бигерәк тә файҙалы. Элегерәк уны йәш балаға ла биргәндәр. Башҡа майҙарҙан аҡ май үҙенең еңел үҙләштерелеүе һәм шифалыраҡ булыуы менән айырыла. Ә айраны хаҡында әйтеп тораһы ла түгел! Уны даими эскән кеше сирҙең нимә икәнен белмәгән.

 

Фото "Яйыҡ" гәзите сайтынан алынды.

Автор:
Читайте нас: